Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРҘЫ РАЙОНЫ

Просмотров: 1156

БАРҘЫ РАЙОНЫ, Пермь крайының көньяғында урынлашҡан. 1926 й. 4 нояб. Урал өлкәһе терр‑яһында ойошторола, 1938 й. алып Пермь өлк., 2005 й. — Пермь крайы составында. Майҙаны — 2382,3 км2. Адм. үҙәге — Барҙы ауылы. Районда 12 ауыл советы, 65 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 27,8 мең кеше (2010), ш. иҫ. башҡорттар (59,5%), уларҙың төп өлөшө Пермь башҡорттарына ҡарай. Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур ауылдар (2002): Аҡбаш, Аҡлыш, Елпачиха, Күҙемйәр, 1‑се Ҡыҙылъяр, Солтанай, Танып, Тонтортамаҡ, Төңгөк һ.б. Барҙы а. “Ғәйнә иле” милли-мәҙәни үҙәге (2006 й. алып), халыҡ театры, “Дуҫлыҡ” өлгөлө бейеү ансамбле эшләй. Батырҡай Иткинин, Сурағол Миңлебаев, Туҡтамыш Ишбулатов, Әбдей Абдулов, Әдүтовтар, Әҙиғот Темәсов, З.Х.Әминев, И.Ғ.Юлышев һ.б. ошо районда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019