Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУШАЛЫҠЫУАҠ I

Просмотров: 800

ҠУШАЛЫҠЫУАҠ I, тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5 б. ҡарай. Сибай ҡ. көньяҡ-көнбайышҡа табан 12 км алыҫлыҡта, Ҡушалыҡыуаҡ шишмәһе (Төйәләҫ й. басс.) сығанағынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнсығыш итәгендә урынлашҡан. 2003 й. Ирәндек археология һәм этнография экспедицияһы (етәксеһе Н.С.Савельев) тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Таш өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай (диам. 10 м, бейеклеге 0,4 м). Түбәһендә һәм нигеҙендә таш плиталар һәм 2 таҡтаташ, ҡурған өйөмөндә таш ҡойма (6,5х6,5 м, бейеклеге 0,6 м), ш. уҡ өҫтө ағас һәм таш м‑н ябылған, бер-береһенә терәтелгән таш плиталарҙан торған йәшник (3х1,8 м, бейеклеге 0,7 м; уның аҫтында күмер, кварцлы ҡырсынташ, тау гәлсәре кристалдары, реальгар бөртөктәре булған) табылған. Мәйет салҡан һалып, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән, тип фараз ителә. Керамика туҫтаҡ рәүешендәге, йомро ҡорһаҡлы, түңәрәк (һырҙар м‑н биҙәлгән, һемәкле) һәм яҫы (эре ҡом, тальк, утҡа сыҙамлы балсыҡ ҡушып яһалған) төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергә эш ҡоралдары (балсыҡ орсоҡбаш, тимер бысаҡ һәм беҙ, ҡайраҡ таш), биҙәнеү әйберҙәре (баҡыр көҙгө һәм үреп эшләнгән беләҙек, төрлө төҫтәге быяла муйынсаҡтар һәм сәйлән) һалынған. Ҡомартҡы Урал аръяғы далаларында йәшәгән сармат һәм таулы-далалы ерҙәрҙә көн иткән саҡ халҡының бер-береһенә тығыҙ йоғонтоһо хаҡында һөйләй. Ҡ.I материалдары Ғилми-производство үҙәге фондында һаҡлана.

Әҙәб.: Савельев Н.С. Курган эпохи ранних кочевников Кушалыкуак‑1 в восточных предгорьях хребта Ирендык //Южный Урал и сопредельные территории в скифо-сарматское время. Уфа, 2006.

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: