Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИТБАЕВ Салауат Мостафа улы

Просмотров: 695

ИТБАЕВ Салауат Мостафа улы [18.7.1945, БАССР‑ҙың Ейәнсура районы Бикбау а. (БР‑ҙың шул уҡ районы Бикбау а.) — 11.12.2020, Өфө ҡ.], эстрада режиссёры. БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1989), БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014). ӨДСИ‑не (1973, Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), Эстрада тамашалары режиссёрҙарының квалификацияһын күтәреү институты эргәһендәге Юғары режиссёрлыҡ оҫтаханаһын (Мәскәү ҡ., 1992) тамамлаған. 1973 й. алып ВЛКСМ‑дың 40 йыллығы исемендәге Мәҙәниәт һарайының эшсе йәштәр театры художество етәксеһе, 1977—92 йй. эстрада артисы, конферансье, 1999 й. башлап Башҡортостан филармонияһы эстрадаһының художество етәксеһе, 1992—99 йй. “Башҡортостан” ДТРК режиссёры (бөтәһе лә — Өфө ҡ.).

300‑ҙән ашыу театрлаштырылған, концерт, юбилей программаларының, байрам сараларының, хөкүмәт концерттарының, Татарстанда, Төркиәлә, Мәскәүҙә үткән фестивалдәрҙең постановкалары сценарийы авторы һәм режиссёры. З.Ғ.Исмәғилев, Н.Нәжми тураһындағы видеофильмдар, “Шәжәрә” тарихи телеочерктар циклы, “Ултырайыҡ әле бөгөн кис” телешоуы һ.б. режиссёры.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Г.Ә.Ишкинина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2021
Связанные темы рубрикатора: