Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛЯКТАР

Просмотров: 1028

ПОЛЯКТАР (үҙ атамаһы поляци), халыҡ, Польшаның төп халҡы. П. һаны 1989 й. СССР‑ҙа — 1126,3 мең, РСФСР‑ҙа — 94,6 мең; 2002 й. РФ‑та — 73,0 мең, 2010 — 47,1 мең кеше тәшкил итә. БАССР‑ҙа 1989 й. П. һаны 757 кеше тәшкил итә, БР‑ҙа 2002 й. — 660, 2010 — 504 кеше. Айырыуса Өфө ҡ. (193) тупланып йәшәйҙәр (2010 й. мәғлүмәттәре б‑са; кеше). П. күпселеге урыҫ телендә, ҡайһылары поляк, белорус телендә, украин телендә һөйләшә. Диндарҙарҙың күбеһе католицизмға, башҡалары — православиеға, протестантлыҡҡа ҡарай. Башҡортостанда поляк диаспораһы 17 б., Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы Кама аръяғы сик һыҙығына хеҙмәткә килгәс, формалаша башлай. 18 б. аҙ. Көньяҡ Уралда армия хеҙмәтенә — 382 һәм төпләнеү өсөн 546 (улар Бар һ.б. конфедерацияларҙа ҡатнашҡан) П. алына. П. айырыуса 19 б. күпләп күсеп килә: 1812 й. Франция яғында һуғышҡан хәрби әсирҙәр; 1830—60 йй. поляк милли‑азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан өсөн һөргөнгә ебәрелгәндәр; ирекле күскенселәр. 19 б. аҙ. — 20 б. башында Өфө губ. аҙ һанлы поляк крәҫтиәндәре күсеп килеп, бер нисә поляк ауылын хасил итә. Күсенеүҙең киләһе этабы 1940 й. поляк халҡын Көнбайыш Украина һәм Көнбайыш Белоруссиянан Көньяҡ Уралға, Ҡаҙағстанға һ.б. күсереү м‑н бәйле. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, 1897 й. Өфө губ. 956 П. иҫәпләнә, Ырымбур губ. — 1696, 1926 й. БАССР‑ҙа — 1655 (Өфө кантонында — 950, Бәләбәй кантонында — 245, Арғаяш кантонында — 174) кеше. П. хужалығы яңы урындарҙа ла традицион һыҙаттарҙы һаҡлай. Иген‑ селек төп тармаҡ була, малсылыҡ, балыҡсылыҡ, баҡсасылыҡ, умартасылыҡ, йорт һөнәрҙәре һәм кәсептәр ярҙамсы урын тота. Күп баҫыулы, һирәгерәк дүрт баҫыулы сәсеү әйләнеше игенселектең киң таралған системаһы була. Иген культураларынан арыш, һоло, бойҙай, борай, тары, ҡарабойҙай иккәндәр, картуф, кәбеҫтә, сөгөлдөр, ҡабаҡ, ҡарбуз, кишер, һуған үҫтергәндәр. Төп ер эшкәртеү ҡоралдары — һуҡа, бер төрәнле һуҡа, тимер һабан, тырма, елгәргес һ.б. Йылҡы, ваҡ мал һәм һыйыр малы, һарыҡ, сусҡа үрсеткәндәр. Йөк ташыу өсөн ат, үгеҙ файҙаланғандар. Төрлө кәсеп м‑н шөғөлләнгәндәр: заказға итек, туфли теккәндәр, ағастан мебель, эш ҡоралдары, арба һәм саналар, йорт кәрәк‑ярағы эшләгәндәр; кәрзин, аяҡ кейеме (сабата) һ.б. үргәндәр; күн, тире, эшкәрткәндәр, туҡыусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Ауыл П. торамаларының төп төрө була. Йорт‑ҡура бер нисә өлөшкә бүленгән: алғы яғында — торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтыһы (келәт, амбар), баҡса, мөгәрәп, артҡы яҡта мал һарайы урынлашҡан. Әүен, ырҙын табағы һәм мунса ихатанан ситтә булған. Ағас (уҫаҡ, ҡайын, ҡарағай һ.б.) төп төҙөлөш материалы иҫәпләнгән. Ҡыйыҡты таҡта, дранка, һалам, һуңыраҡ ҡалай м‑н япҡандар. Биш мөйөшлө (төкәтмәле һәм соланлы), 3 йәки 4 яҡлы ҡыйыҡлы йорттар һалғандар. Ҡайһы берҙә тағы бер өй төҙөп ултыртҡандар. Йорт фронтоны һәм кәрниздәре семәрле булған, уларҙы тәре, йөрәк, йондоҙ рәүешендәге уйымдар м‑н биҙәгәндәр. Традицион интерьерҙың төп элементтарын урыҫ мейесе, “ҡыҙыл мөйөш”, ҡулдан эшләнгән ағас карауаттар тәшкил иткән. Көндәлек тәғәм итеү кухня‑ашханала үткән. Стеналарҙа һындар, иконалар эленеп торған. Традицион ҡатын‑ҡыҙ кейеме мул итеп тегелгән киндер күлдәктән, итәктән (сподница), төҫлө шаҡмаҡлы кофтанан торған. Итәк өҫтөнән алъяпҡыс быуғандар. Ҡышын ҡатын‑ҡыҙ ҡоңғорт төҫтәге буҫтау м‑н көпләнгән, һарыҡ тиреһенән тегелгән оҙон тун кейгән. Өлкән йәштәге ҡатын‑ҡыҙ башына яҙып яулыҡ ябынған. Көндәлек аяҡ кейеме сабата булған, бысраҡта уның өҫтөнән йүкәнән үрелгән калуш йөрөткәндәр; ҡышын йөн ойоҡ м‑н быйма кейгәндәр. Байрамдарҙа күн сандалыйҙар, туфли һәм итек кейгәндәр. Традицион ҡатын‑ҡыҙ биҙәүестәре — муйынсаҡ, балдаҡ, түңәрәк һырға (ғәҙәттә, тимер). Традицион ирҙәр кейеме киндер күлдәктән (кошуля), ҡоңғорт төҫтәге салбарҙан, ҡайтармалы яғалы һәм өҫтән һалынған кеҫәле киндер күлдәктән торған. Көндәлек аяҡ кейеме булып сабата иҫәпләнгән, байрамдарҙа күн итек кейгәндәр. Яҙлы‑көҙлө ҙур яғалы киң йөн бөркәнсек (сапан), башҡа фуражка кейгәндәр. Ирҙәрҙең ҡышҡы кейеме — һарыҡ тиреһенән тегелгән ҡыҫҡа тун, толоп, баш кейеме йылы бүрек булған, аяҡҡа быйма кейгәндәр. П. традицион аш‑һыуы игенселек һәм малсылыҡ продукттарын аралаштырыуға нигеҙләнгән. Сусҡа итенән традицион борщ, әскелт өйрәләр, тоҙло һәм яңы кәбеҫтәнән бигос киң таралған була. Иттән тик һарыҡ ите м‑н сусҡа ите генә ҡулланылған, унан колбаса яһағандар. Байрам табынына билмән, зраза (эслекле ит урамаһы), эремсек билмәне, әсе ҡамырҙан картуф, ит, эс‑ҡарын, ҡуҙғалаҡ, бәшмәк, алма бәлештәре, кондитер изделиелары бешергәндәр. Һөт, сәй, иген кофеһы, сөгөлдөр кеүәҫе, бал, һыра эскәндәр. Ғаилә‑никах мөнәсәбәттәрендә П. традицион һыҙаттар һаҡланған була: 19 б. аҙ. тиклем бер нисә быуындан торған ҙур ғаиләләр күп була, 20 б. башынан бәләкәй ғаиләләр тарала башлай. Иң өлкән ир, ғәҙәттә, атай кеше ғаилә башлығы булған, уның ҡатыны хужалыҡты алып барған. Традицион ғаилә байрамы һәм йолалары башлыса кеше ғүмеренең төп осорҙары м‑н бәйле була. Тантаналы рәүештә бала тыуыуҙы, көҙөн‑ҡышын туй үткәргәндәр. Раштыуа, Святки, Пасха, Семуха һ.б. байрамдар билдәләнгән. Ғәҙәттә, ураҡ алдынан — “Зажинки” (“Ураҡбашланыу”), ул тамамланғас, “Дожинки” (“Ураҡ бөтөүе”) йолаһы үткәрелгән. Му‑ зыка ҡоралдарынан скрипка, мазанка (ҡыллы инструмент), волынка, һыбыҙғы, көтөүсе торбалары һ.б. таралған була. БР‑ҙа 1997 й. алып “Возрождение” үҙәге эшләй. 1997 й. башлап БР‑ҙа Поляк мәҙәниәте көндәре үткәрелә, “Башҡортостанда Польшаның бер ярсығы” тигән музей экспозицияһы даими эшләй, ул Өфө ҡ. 17‑се балалар китапханаһында урынлашҡан. 1999 й. Үҙәк ярҙамы м‑н Өфөлә А.Пенькевич ис. Милли поляк йәкшәмбе мәктәбе асыла (21‑се лицей базаһында), “Йондоҙсоҡтар” (“Звёздочки”) фольклор төркөмө эшләй.

Әҙәб.: Л а т ы п о в а В.В. Поляки на Южном Урале (XVII — начало XX века): очерки историко‑культурного наследия. Уфа, 2010; ш у л у ҡ. Поляки на Южном Урале (вторая половина XIX — XX век). Добровольная миграция. Уфа, 2011.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Илл.:Байрам күлдәге кейгән поляк ҡыҙҙары. 20 б. башы

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019