Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРЦЕВ Виктор Александрович

Просмотров: 1004

ЯРЦЕВ Виктор Александрович (21.1.1965, Ырымбур ҡ. — 15.5.2021, Өфө ҡ.), баянсы. БР‑ҙың халыҡ артисы (2015), БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1991; педагогы Р.Ю.Шәйхетдинов) Урта махсус музыка колледжында (Өфө ҡ.) уҡыта, бер үк ваҡытта 2002 й. алып “Мираҫ” ансамбленең янындағы “Забава” урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле художество етәксеһе.

Башҡарыу манераһы виртуоз уйын, нескә һәм уйланылған интерпретация, тәьҫирлелек менән айырыла. ЮНЕСКО‑ның штаб‑фатирында БР‑ҙың Халыҡ‑ара презентацияһында ҡатнаша (Париж, 2008). Рәсәй, Италия, Польша, Тунис буйлап гастролдәрҙә була. Музыка колледжында Республика урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре конкурс‑фестивале (Бәләбәй ҡ., 2014; Гран‑при), “Европа—Азия” (Магнитогорск ҡ., 2015), “Урал тауышы” (Өфө ҡ., 2016) һ.б. халыҡ‑ара халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре фестиваль‑конкурстары лауреаты “Наигрыш” урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары ансамблен (2000) ойоштороусы һәм етәксеһе.

Г.Ә.Ишкинина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2021