Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОРОКИН Дмитрий Евгеньевич

Просмотров: 819

СОРОКИН Дмитрий Евгеньевич (1.1.1946, Мәскәү), иҡтисадсы. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2008), БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), иҡт. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). Мәскәү иҡт.‑статистика ин‑тын тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ, бер үк ваҡытта СССР ЭЭМ акад., МДУ эргәһендәге Ижт. фәндәр уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү ин‑тында; 1988 й. алып РФА‑ның Иҡтисад ин‑тында (2006 й. — фәнни эштәр б‑са дир. 1‑се урынбаҫары), бер үк ваҡытта 2008 й. башлап РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс ун‑тында (бөтәһе лә — Мәскәү) эшләй: макроиҡтисадты көйләү каф. мөдире, 2014 й. алып фәнни эштәр б‑са проректор, 2016 й. — ғилми етәксе. Фәнни эшмәкәрлеге ижт.‑иҡт. системаларҙың эшмәкәрлеге һәм эволюцияһы, йәмғиәттәге цивилизация үҙенсәлектәренең иҡт. хәлгә йоғонтоһо, баҙар, дәүләт һәм граждандар йәмғиәте ин‑ттарының үҙ‑ара бәйләнеше б‑са теоретик‑методологик проблемаларға, Рәсәйҙәге сәйәси‑иҡт. ҡараштарҙың тарихына арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге пр. лауреаты (2012).

Хеҙм.: Россия перед выбором: политическая экономия ответа. М., 2003; Концепция устойчивого инновационного роста. М., 2012 (авторҙ.); Социально‑экономические условия перехода к новой модели экономического роста. М., 2017 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.09.2021
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0