Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘБИРОВ Радий Фәрит улы

Просмотров: 1264

ХӘБИРОВ Радий Фәрит улы [20.3.1964, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы Һайран а. (БР‑ҙың Ишембай районы)], дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Башлығы. Юридик фәндәр кандидаты (1998). БР‑ҙың атҡаҙанған юрисы (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1989) шунда уҡ эшләй: уҡытыусы, 1998 й. алып юридик факультет деканы урынбаҫары, 2002 й. — Хоҡуҡ институты директоры. 2003 й. башлап БР Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2008 й. алып РФ Федераль йыйылышы һәм сәйәси партиялар менән үҙ‑ара эш итеү департаменты начальнигы, 2009 й. — РФ Президенты идаралығы начальнигының эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары. 2017 й. башлап Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡ. округы башлығы. 2018 й. алып БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, 2019 й. — БР Башлығы, бер үк ваҡытта 2018–20 йй. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер‑министры. Фәнни тикшеренеүҙәре тәбиғәт ресурстары, аграр, экологик һәм муниципаль хоҡуҡҡа арналған. Александр Невский (2021), Почёт (2012), “Бурысҡа тоғролоҡ” (Ҡырым Республикаһы; 2015) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.03.2023