Список материалов
МОРТАЗИН Муса Лут улы
МОРТАЗИН Муса Лут улы (20.2. 1891, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Көсөк а., хәҙ. БР‑ҙың Учалы р‑ны Көсөк-Маяҡ а., — 27.9.1937, Мәскәү), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. 1920 й. алып РКП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1920 й. совет-поляк һуғышында ҡатнашыусы....
МИХЕЛЬСОН Иван Иванович
МИХЕЛЬСОН Иван Иванович (1740, Рига губ. — 5.8.1807, Бухарест, Витебск губ. Иваново а. ерләнгән), хәрби эшмәкәр. Кавалериянан ген. (1797). Дворяндарҙан. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын тар-мар итеүҙә, 1768—74 йй. һәм 1806—12 йй. рус-төрөк һуғышында,...
МИҢЛЕҒОЛОВ Шәрип Хәби улы
МИҢЛЕҒОЛОВ Шәрип Хәби улы [14.6.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Һыуыҡҡул а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 7.1.2003, Өфө], хәрби эшмәкәр. Полк. (1969). Венгрияла (1956) һәм Чехословакияла (1968) ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашҡан. Тбилиси пехота уч‑щеһын (1948) һәм М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1960) тамамлаған....
МАСЛОВ Владимир Петрович
МАСЛОВ Владимир Петрович [14.4. 1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Дурасов ширҡәте ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Дурасов а., — 24.9.1988, Мәскәү], хәрби эшмәкәр. Адмирал (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Юғары хәрби-диңгеҙ уч‑щеһын (Ленинград, 1950), СССР Ҡораллы көстәре Ген. штабының Хәрби...
МАНСУРОВ Павел Дмитриевич
МАНСУРОВ Павел Дмитриевич (1726—98), хәрби эшмәкәр. Ген.-поручик (1777). Дворяндарҙан. 1741— 43 йй. рус-швед, 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғыштарҙа, Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1736 й. алып рус армияһында. 1773 й. нояб. Ырымбур губернаһында ихтилалды баҫтырыу өсөн А.И.Бибиков...