Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“МИЛЛӘТ НУРЫ”, гәзит

“МИЛЛӘТ НУРЫ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ямал‑Ненец авт. округы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан бағыусылар аҡсаһына нәшер ителгән. 2005—09 йй. Ноябрьск ҡ. ай һайын урыҫ, башҡ. һәм татар телдәрендә сыҡҡан. Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов...

“МЕЧЕТЛИНСКАЯ ЖИЗНЬ”, гәзит

“МЕЧЕТЛИНСКАЯ ЖИЗНЬ” (“Мәсетле тормошо”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Мәсетле р‑нының Оло Ыҡтамаҡ а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм башҡ. (“Мәсетле тормошо”) телдәрендә сыға. 1930 й. авг....

“МЕЖДУ ВОЛГОЙ И УРАЛОМ" , радиожурнал

“МЕЖДУ ВОЛГОЙ И УРАЛОМ” (“Волга менән Урал араһында”), төбәк‑ара ижт.‑сәйәси һәм нәфис‑публицистик радиожурнал. 1958 й. июненән алып урыҫ телендә аҙна һайын сыға. Сығарылыш ваҡыты 60 минут. Башҡортостан, Коми (1998 й. алып), Марий Эл, Мордовия, Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан терр‑яларында трансляциялана....

“МЕДИК”, гәзит

“МЕДИК”, фәнни‑ғәмәли гәзит. Ойоштороусыһы — БДМУ. 1968 й. сент. алып Өфөлә урыҫ телендә (материалдың бер өлөшө — башҡ. һәм инглиз телдәрендә) сыға. Тиражы — 1 мең данаға яҡын (2013). Гәзиттә медицина өлкәһендәге ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре, юғары уҡыу йортоноң тарихы һәм хәҙ. эшмәкәрлеге т‑да мәҡәләләр...

“МАЯК”, гәзит

“МАЯК”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Илеш р‑нының Үрге Йәркәй а. аҙнаһына 3 тапҡыр башҡ., урыҫ һәм татар телдәрендә сыға. 1935 й. мартынан татар телендә “Еңеү таңы”, июненән — “Сталинсы”,...

“ЛИТЕРАТУРНАЯ БАШКИРИЯ”, альманах

“ЛИТЕРАТУРНАЯ БАШКИРИЯ” (“Әҙәби Башҡортостан”), альманах. БАССР Яҙыусылар союзының урыҫ секцияһы органы. 1948—62 йй. Өфөлә урыҫ телендә нәшер ителә, бөтәһе 19 киҫәге баҫылып сыға. “Л.Б.” Башҡортостандағы урыҫ телле яҙыусыларҙың, ш. уҡ башҡ. яҙыусыларының урыҫ теленә тәржемә ителгән әҫәрҙәре баҫыла. Г.Н.Шәмсетдинова Тәрж....

“ЛЕНИН ЮЛЫ”, журнал

“ЛЕНИН ЮЛЫ”, ижт.‑сәйәси журнал. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты органы. Өфөлә ай һайын башҡ. телендә сыға. 1928 й. апр. алып 1930 й. июленә, 1932 й. дек. башлап 1937 й. дек. тиклем нәшер ителә. Журнал биттәрендә респ. партия ойошмаларының эшмәкәрлеге яҡтыртыла, үҙәк һәм өлкә партия ком‑тының ҡарарҙары,...

“ҠЫҘЫЛ ҠУРАЙ”, гәзит

“ҠЫҘЫЛ ҠУРАЙ”, ижт.‑сәйәси гәзит. БашҮБК һәм РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты органы. 1921 й. 18 февр. 23 мартҡа тиклем, “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәз. нәшер итеү туҡтатылып торған саҡта, Стәрлетамаҡ ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. Барлығы 5 һаны донъя күрә. Гәзиттә РКП(б) органдарының эшмәкәрлеге...

“ҠЫҘЫЛ ДОНЪЯ”, гәзит

“ҠЫҘЫЛ ДОНЪЯ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Волга аръяғы хәрби округының сәйәси идаралығы һәм РКП(б)‑ның Һамар губерна ком‑ты эргәһендәге татар‑башҡ. бюроһы органы. Һамар ҡ. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке төрки телендә сыға. 1918 й. окт. алып “Яңы көс”, 1920 й. июль‑дек. “Ҡ.д.” исеме м‑н нәшер ителә. Гәзит биттәрендә...

“ҠЫҘЫЛ БАТЫР”, гәзит

“ҠЫҘЫЛ БАТЫР”, ижт.‑сәйәси гәзит. БАССР‑ҙың хәрби эштәр б‑са ХК‑ның сәйәси идаралығы органы. 1920 й. ноябренән Стәрлетамаҡ ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. Бөтәһе 7 һаны донъя күрә. Гәзиттә хәрби‑патриотик темаларға мәҡәләләр баҫыла, Граждандар һуғышының барышы яҡтыртыла. Ябылыу ваҡыты...

“ҠАҺАРМАН БАШҠОРТ”, гәзит

“ҠАҺАРМАН БАШҠОРТ”, ижт.‑сәйәси гәзит. А.В.Колчактың Ген. штабы органы. Иркутск ҡ. Колчак армияһы сигенгәндән һуң 1919 й. окт. алып Омск ҡ. иҫке башҡорт телендә нәшер ителә. Гәзиттә илдә монархия власын тергеҙеү идеяһы пропагандалана, Рус армияһының Юғары баш командующийы бойороҡтары һәм ҡарарҙары һ.б....

“ҠАРСЫҒА”, журнал

“ҠАРСЫҒА”, рәсемле сатирик журнал. Нәшер итеүсе‑мөхәррире – Ш.М.Мөхәммәтов. 1906 й. сент. 1907 й. июненә тиклем Ырымбур ҡ. төрки телендә сыға. Барлығы 9 һаны донъя күрә. Журнал биттәрендә революцион‑демократик идеялар пропагандалана, памфлет, фельетон, карикатуралар һ.б., ш. уҡ ҡыҫҡа мәҡәләләр рәүешендә...

“ҠАРМАҠ”, журнал

“ҠАРМАҠ”, рәсемле сатирик журнал. Нәшер итеүсе‑мөхәррире — М.Ғ.Мәржәни. 1915 й. ғин. 1917 й. сент. тиклем Ырымбур ҡ. айына 2 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. Барлығы 60 һаны донъя күрә. Журнал биттәрендә дини фанатизмды, наҙанлыҡты фашлаған фельетондар, шиғырҙар, ш. уҡ әҙәби‑тәнҡит мәҡәләләре, башҡ....

“КЫЗЫЛ ТАҢ”, гәзит

“КЫЗЫЛ ТАҢ”, (“Ҡыҙыл таң”), ижт.‑сәйәси һәм мәҙәни гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Өфөлә аҙнаһына 5 тапҡыр татар телендә сыға. Тиражы — 12,5 мең дананан ашыу (2012). Тарихы “Башҡурдистан” гәз. башлана, 1924 й. авг. алып...

“КЫЗЫЛ БАЙРАК”, гәзит

“КЫЗЫЛ БАЙРАК” (“Ҡыҙыл байраҡ”), ижт.‑сәйәси гәзит. КПСС‑тың Ҡандра район ком‑ты һәм Хеҙмәтсәндәр депутаттары советы органы. 1937 й. сент. 1956 й. июленә тиклем Ҡандра районының Ҡандра а. аҙнаһына 3 тапҡыр татар телендә сыға. Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов...

“КУЮРГАЗА”, гәзит

“КУЮРГАЗА” (“Көйөргәҙе”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Көйөргәҙе” гәзите редакцияһы” ҡаҙна пр‑тиеһы. Көйөргәҙе р‑нының Ермолаевка а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1935 й. алып Ермолаевка а. башҡ. телендә “Ленин байрағы” (1962 й....

“КУМЕРТАУСКОЕ ВРЕМЯ”, гәзит

“КУМЕРТАУСКОЕ ВРЕМЯ” (“Күмертау ваҡыты”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Ваҡыт” гәзите редакцияһы” ҡаҙна пр‑тиеһы. Күмертау ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1935 й. алып башҡ. телендә “Ленин байрағы” һәм урыҫ телендә “Большевик”...

“КРИМИНАЛЬНЫЙ СПЕКТР”, гәзит

“КРИМИНАЛЬНЫЙ СПЕКТР”, ижт.‑хоҡуҡи гәзит. Ойоштороусылары – БР б‑са ЭЭМ, «БР б‑са ЭЭМ‑дың “Ф.Э.Дзержинский исемендәге типография” нәшриәт‑полиграфия комплексы” ДУП‑ы, РФ ЭЭМ ӨЮИ. 1999 й. окт. алып Өфөлә аҙна һайын урыҫ телендә сыға. Тиражы – 11,2 мең дана (2014). Гәзит биттәрендә респ. эске эштәр органдары...

“КРАСНЫЙ КЛЮЧ”, гәзит

“КРАСНЫЙ КЛЮЧ” (“Ҡыҙыл шишмә”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Ҡыҙыл шишмә” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Нуриман р‑нының Ҡыҙылъяр а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1931 й. нояб. башлап башҡ. телендә “Большевиктар темпы өсөн”,...

“КРАСНОКАМСКИЕ ЗОРИ”, гәзит

“КРАСНОКАМСКИЕ ЗОРИ” (“Краснокама таңдары”),ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Краснокама р‑нының Николо-Берёзовка а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Кама таңнары”) телдәрендә сыға. 1935 й....