“АВТОМОБИЛСЕ”
“АВТОМОБИЛСЕ”, Автотранспорт колледжының спорт клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1969 й. асыла. Стадионы, саңғы базаһы, спорт залы (22x9 м), спорт майҙансығы, саңғы трассаһы, саңғы спорты музейы бар. Автомобиль спорты, армспорт, баскетбол, волейбол, гер спорты, еңел атлетика, йөҙөү, көрәш, мини‑футбол, өҫтәл теннисы, полиатлон, пуля менән атыу, саңғы ярышы секциялары эшләй. “А.” тәрбиәләнеүселәре: Г.А.Андреев, Д.Р.Йосопов, Н.К.Корнев, Г.В.Куриленко, М.Л.Старостин, Р.Р.Сәйетгәрәев, Р.Л.Ханов, А.В.Яханов, шайбалы хоккей б‑са СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры Л.В.Фатиков (1986), самбо б‑са ҡыҙҙар араһында Европа чемп. Р.Р.Әминева (1992), волейбол б‑са үҫмерҙәр араһында донъя чемп. А.В.Зубков (1999) һ.б. “А.” м‑н тренерҙар Х.Х.Вәлиев, В.Д.Гавриков, Р.Й.Йыһанбаев, Г.Г.Лободин, Р.И.Саҡаев, Р.Ҡ.Сәфәров, П.Н.Филинов, Н.Ф.Әсәҙуллин эшмәкәрлеге бәйле.
Х.Х.Вәлиев
Тәрж. Р.М.Шәрипова