Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АВТОНОМИЯ

Просмотров: 2339

АВТОНОМИЯ, (авто... һәм гр. nomos — ҡанун), 1) территориаль — үҙенсәлекле көнкүрешкә һәм халҡының милли составына, иҡт. теүәллеккә һәм ошо терр‑яла үҙ аллы идара итеүҙән ғибәрәт тарихи үҫеш үҙенсәлектәренә эйә булған дәүләттең бер өлөшөнөң конституцияла теркәлгән хоҡуҡи хәле. СССР‑ҙа А. милли принципҡа ҡоролған һәм сәйәси, адм. формаларҙа йәшәп килгән. Милли авт. дәүләттә (авт. респ.) ғәмәлгә ашырылған сәйәси А. хоҡуҡ күләменең күплеге, авт. респ. үҙ конституцияһы, юғары дәүләт власы органдары, ҡануниәте булыуы, респ. гражданлығын билдәләүе м‑н айырыла. Адм. А. (авт. өлкә, авт. округ) идара итеү өлкәһенә генә ҡағыла, уның хоҡуҡи статусы ойоштороу акттары м-н билдәләнә. СССР-ҙа 1990 й. 20 авт. респ., 8 авт. өлкә һәм 10 авт. округ була. 90-сы йй. башында “автономиялы республика” төшөнсәһе РСФСР Конституцияһынан алып ташлана, “РСФСР составындағы республика” билдәләмәһе барлыҡҡа килә. 1993 й. РФ Конституцияһына ярашлы, респ., авт. округтар һәм авт. өлкәләр, ш. уҡ федераль әһәмиәтле крайҙар, өлкәләр, ҡалалар РФ-тың тиң хоҡуҡлы субъекттары статусын ала.

1917—20 йй. Башҡортостандың милли-терр. ҡоролошоноң төрлө проекттары тәҡдим ителә (ҡара: Урал‑Волга штаты, Татар‑Башҡорт Совет Республикаһы, Ҡырғыҙ‑Башҡорт Совет Республикаһы), төрлө сәбәптәр м-н улар тормошҡа ашырылмай. 20 б. башында дөйөм Рәсәй мосолмандары хәрәкәтендә милли мәсьәләне хәл итеүҙә 2 ағым барлыҡҡа килә: унитаристар һәм федералистар. Тәүгеләре Рәсәйҙең унитар ҡоролошо һәм уның халыҡтарына милли‑мәҙәни А. биреү, икенселәре илдең федератив ҡоролошо һәм милли‑терр. А. өсөн сығыш яһай. 1-се Бөтә Рәсәй мосолман съезында (1917 й. майы), оҙайлы дискуссиянан һуң, милли-федератив нигеҙле демократик респ. формаһындағы дәүләт ҡоролошо Рәсәй мосолмандары мәнфәғәтенә нығыраҡ яуап биреүен билдәләгән резолюция ҡабул ителә. 2-се Бөтә Рәсәй мосолман съезында (1917 й. июль—авг.) Эске Рәсәй һәм Себер төрки‑татарҙарының мәҙәни-милли А. т‑да декларация иғлан ителә һәм А. нигеҙҙәрен эшләү б‑са С.Н.Мәҡсүтов, Ибн.Ә.Әхтәмов, С.Ш.Алкин, Ғ.Ш.Шәрәф һ.б. составында комиссия ойошторола.

Башҡорт милли хәрәкәтендә башҡорттарҙың ғына түгел, Рәсәй Көнсығышы халыҡтарының дөйөм төрки А. яҡлы Ә.Ә.Вәлидов етәкс. федералистар ҙур йоғонтоға эйә була. 1917 й. нояб. Башҡорт мәркәз шураһы “Ырымбур, Өфө, Һамар һәм Пермь губерналарындағы башҡорт ерҙәрен... Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө” тип иғлан итә. Шул уҡ йылдың декабрендә 3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы Башҡортостан А. раҫлай һәм Башҡорт хөкүмәтен төҙөй. А.В.Колчак етәкс. Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең милли А. танымауы Башҡортостан хөкүмәтен 1919 й. 18 февр. милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуғын иғлан иткән совет власы яғына күсеүгә килтерә. “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү” б‑са Башҡортостан РСФСР‑ҙа беренсе булып респ. статусын ала (ҡара: Бәләкәй Башҡортостан).

Башҡортостан А. үҫеше мәсьәләһен хәл итеүгә төрлө ҡараш Башҡортостан хәрбиреволюцион комитеты м-н Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ы араһында конфликт тыуҙыра, ул 1920 й. 19 майында “Автономиялы Совет Башҡорт республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында”декретын ҡабул итеү м-н тамамлана. Респ. үҙ Конституцияһы, дәүләт власы һәм суд органдары, үҙенең закондар сығарыу хоҡуғы, символдары (дәүләт гербы, дәүләт флагы) һ.б. дәүләт атрибуттары була. 80-се йй. 2-се ярт. — 90-сы йй. башында БАССР, башҡа авт. респ. һымаҡ, үҙенең сәйәси һәм иҡт. статусын күтәреүҙе юллай башлай. 1990 й.

11 окт. БАССР ЮС‑ы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә, уға ярашлы респ. статусы һәм исеме үҙгәртелә. БССР‑ҙың 1992 й. 25 февр. “Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы дәүләте исеме үҙгәреү тураһында” законына ярашлы респ. Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай. БР Конституцияһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы РФ составындағы демократик хоҡуҡи дәүләт булып тора.

2) Экстерриториаль (милли-мәҙәни) — этник дөйөмлөктөң мәҙәни, телгә ҡағылышлы, дини һ.б. хоҡуҡтарҙы һәм азатлыҡтарҙы тормошҡа ашырыуҙы гарантиялаған хоҡуҡи хәле. Милли-мәҙәни А. төп йөкмәткеһе, уның ойоштороу формалары һәм финанс-иҡт. нигеҙе “Милли‑мәҙәни автономия тураһында” (1996) федератив законда билдәләнә. Закон, милли-мәҙәни А. милли‑терр. үҙбилдәләнешкә хоҡуҡ бирмәй һәм башҡа этник төркөмдәр ихтыяждарына зыян килтерергә тейеш түгел, тип иҫкәртә. 20 б. 80-се йй. аҙ. БР-ҙа респ. халыҡтарының милли-мәҙәни А. ғәмәлгә ашырыу формаһы булараҡ төрлө милли-мәҙәни берекмәләр, яҡташтар берекмәләре, милли-ижт. советтар һ.б. йәмәғәт ойошмалары эшләй.

Ф.А.Ишҡолов, С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019