Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨТӘ БАШҠОРТ ҠОРОЛТАЙҘАРЫ

Просмотров: 1865

БӨТӘ БАШҠОРТ ҠОРОЛТАЙҘАРЫ, Өфө губернаһы, Пермь губернаһы, Һамар губернаһы һәм Ырымбур губернаһының башҡ. халҡынан делегаттарҙың революция (1917) барышында милли үҫеш стратегияһын (ҡара: Башҡорт милли хәрәкәте) билдәләүсе съездары. Башҡ. халҡы күпселекте тәшкил иткән улустан 2‑шәр делегат һайлана; Б.б.ҡ эшендә ҡатнашыу төбәктең башҡа халҡы вәкилдәренә лә рөхсәт ителә.

1‑се Б.б.ҡ., Башҡорттарҙың 1‑се дөйөм съезы, 20—27 июлдә Ырымбур ҡ. үтә. Башҡ. халҡы союзы бюроһы (ҡара: Башҡорт өлкә бюроһы) саҡыра. Съезд эшендә 70 делегат ҡатнаша. Съезд Башҡ. халҡы союзы бюроһының башҡорттар хәрәкәте һәм уның башҡа халыҡтарҙың милли‑азатлыҡ хәрәкәтендә тотҡан урыны т‑да отчёт докладын, дәүләт идаралығы, ер, Беренсе донъя һуғышына мөнәсәбәт, милли ҡораллы көстәр ойоштороу, ҡатын‑ҡыҙ хоҡуҡтары һ.б. т‑да доклад тыңлай. Съезд Бөтә Рәсәй мосолман шураһына (Ҡазан) Башҡортостандың милли‑терр. автономияһын иғлан итеү зарурлығы т‑да телеграмма ебәрә һәм 1‑се Бөтә ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ) съезы (Ырымбур, 21—26 июль) асылыуын хуплап ҡаршы ала. Башҡорт мәркәз шураһын (БМШ) ойоштора һәм уның башҡарма ком‑тын һайлай. Съезд Рәсәй федератив демократик республикаһы составында Башҡортостандың милли‑терр. автономияһы, Бөтә Рәсәй мосолман шураһында башҡорттарҙың вәкиллеге, улус шуралары эшмәкәрлеге, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарҙа ҡатнашыу, һуғышты аннексия һәм контрибуцияларһыҙ туҡтатыу, милли ҡораллы көстәр ойоштороу, ерҙе социализациялау, 1917 й. башҡорттарҙан тартып алынған ерҙәрҙе ҡайтарып биреү, Каруанһарайҙы национализациялау, башҡ. халҡын иҫәпкә алыуҙы үткәреү, милли валюта һәм милек фондын булдырыу, дөйөм түләүһеҙ урта белем биреү, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлығы т‑да резолюциялар ҡабул итә. Яңы съезды авг. йәки сент. Өфөлә үткәреү т‑да ҡарар ҡабул ителә.

2‑се Б.б.ҡ., башҡорттарҙың 2‑се өлкә съезы, 25—29 авг. Өфөлә үтә. БМШ‑ның башҡарма ком‑ты инициативаһы б‑са саҡырыла. Съезд эшендә 100‑гә яҡын делегат ҡатнаша; күҙәтеүселәр сифатында төрки‑татар хәрәкәте вәкилдәре килә (съезд эше барышында уны ташлап сыға). Съезд БМШ эшмәкәрлеге т‑да отчёт доклады, милли‑терр. автономия принциптарында Башҡортостан м‑н идара итеү, төрки‑татарҙарҙың милли‑мәҙәни автономияға мөнәсәбәте, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарға әҙерлек, матбуғат һ.б. т‑да доклад тыңлай. Делегаттар БМШ‑ның башҡарма ком‑ты составын киңәйтә (8‑ҙән 12 кешегә), уның даими эш урыны итеп Ырымбурҙағы Каруанһарайҙы билдәләй, Өфөлә һәм Силәбелә БМШ секретариаттарын ойоштора. Съезд милли берҙәмлек, башҡорттарҙы сәйәси, соц. һәм мәҙәни йәһәттән тергеҙеү, Башҡ. милли хәрәкәтенең милли‑терр. автономияға өлгәшеүгә йүнәлешен һаҡлап ҡалдырыу т‑да (М.‑Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев етәкселегендәге Силәбе өйәҙе делегацияһы милли‑мәҙәни автономияны яҡлап сығыш яһай) һәм татарҙарҙың милли‑мәҙәни автономияға ынтылышын ихтирам итеү, Ваҡытлы хөкүмәтте яҡлау (рус армияһының Юғары баш командующийы инфантериянан ген. Л.Г.Корниловтың диктатура урынлаштырырға ынтылышы сәбәпле), пропаганданы һәм иғәнәләр йыйыуҙы киңәйтеү т‑да резолюциялар ҡабул итә, Өфө, Пермь, Һамар һәм Ырымбур губ. башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына депутатлыҡҡа кандидаттар исемлеген раҫлай.

3‑сө Б.б.ҡ., Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы, 8—20 дек. Ырымбурҙа үтә. БМШ‑ның башҡарма комитеты инициативаһы б‑са саҡырыла. Ҡоролтай эшендә 223 делегат (ш. иҫ. 1‑әр мари, сыуаш, татар һәм урыҫ халҡынан 44 делегат) ҡатнаша: 194‑е тауыш биреү һәм 29‑ы кәңәш биреү хоҡуғы м‑н; күҙәтеүселәр сифатында 2‑се Бөтә ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ) съезы (Ырымбур, 5—13 дек.) һәм Милләт мәжлесе вәкилдәре була. Ҡоролтай Ҡаҙағстан һәм Төркөстандың милли‑терр. автономияһын иғлан итеүҙе хуплап ҡаршы ала һәм Эске Рәсәй һәм Себер төрки-татар мосолмандарының милли йыйылышы м‑н һөйләшеүҙәр өсөн делегаттар төркөмө ебәрә. Ҡоролтай Башҡортостандың сиктәре һәм адм.-терр. бүленеше, үҙәк һәм кантон хакимиәте, ҡораллы көстәр һәм милиция, ер, иҡт. һ.б. мәсьәләләр б‑са доклад тыңлай. Ҡоролтай Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә, артабан Оло Башҡортостанға йәйелдереү шарты м‑н, Башҡортостан автономияһын (Ә.Ә.Вәлидов проекты) раҫлау т‑да, йыл һайын 1917 й. 15 нояб. автономия иғлан итеү көнөн байрам итеү, федератив Рәсәй респ. составына инеү, Кавказ, Ҡырым һәм Әзербайжан автономиялары, Тажикстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан төҙөүҙе хуплау, Башҡортостан, Ҡаҙағстан һәм Төркөстандың Рәсәй составында союз дәүләтенә берләшеү мөмкинлеге, БМШ вәкәләттәре, Башҡорт ғәскәрен һәм милиция ойоштороу т‑да резолюциялар ҡабул итә. Ҡоролтай кантон идаралығы, ерҙе социализациялау, мәҙәниәт, фән һәм мәғариф т‑да ҡарарҙар ҡабул итә, Кесе ҡоролтай һайлай һәм Башҡорт хөкүмәте составын раҫлай. 18 дек. делегаттарҙың бер өлөшө “Тулҡын” йәштәр ойошмаһын төҙөй. 3‑сө Б.б.ҡ. рәйесе — Вәлидов. Б.б.ҡ. ҡарарҙары Башҡортостан Республикаһы дәүләт суверенитетының тарихи нигеҙҙәрен тәшкил итә. Шулай уҡ ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы).

Әҙәб.: Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.1—4. Уфа, 2002—2008; Парламентаризм в Башкортостане: история и современность: в 2 кн. Уфа, 2005.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.01.2024