Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АССИМИЛЯЦИЯ

Просмотров: 1564

АССИМИЛЯЦИЯ (лат. аssimilatio — оҡшашыу, ҡушылыу), 1) ижтимағи, ижтимағи төркөм вәкилдәренең бүтән төркөмдөң, йәмғиәттең ижт.-мәҙәни һыҙаттарын үҙләштереү процесы һәм һөҙөмтәһе. Ижт. айырмалыҡтарҙы тулыһынса юғалтыуға алып барып, йыш ҡына шәхесте, ижт. ҡатламдарҙы һәм төркөмдәрҙе үҙенең ижт. ойошмаһы сиктәренән сығарыуға килтерә. Ижт. А. объектив нигеҙе булып йәмғиәт тормошоноң интеграцияһы, килем, дәрәжә, белем кимәле, мәҙәниәте һ.б. б‑са бүлеүҙе бөтөрөү тора. А. төбәк-ара һәм дәүләт‑ара халыҡтар миграцияһы, транспорт системалары, киң элемтә саралары һ.б. үҫеше булышлыҡ итә. А. ауыл мигранттарының ҡала кешеләре м‑н (ҡара: Урбанизация), мәжбүри күскенселәрҙең урындағы халыҡ м‑н ҡушылыуында, индивидтарҙың бер ижт. төркөмдән икенсеһенә, ижт. йөҙө һәм мәҙәниәте сифат яғынан үҙгәреп, күсеүендә һ.б сағыла.

2) Этник, теге йәки был милләт вәкилдәренең икенсе милләттең телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен, традицияларын үҙләштереүе арҡаһында үҙ телен, этник мәҙәниәтен, этник аңын юғалтыуы. Ошо нигеҙҙә донъя күләмендә лә, айырым төбәк сиктәрендә лә бер милләт (А. дусар итеүсе) һанының артыуы һәм икенсеһенең (А. бирелеүсе) иҫәбе кәмеүе бара. А. дәүләт-ара һәм төбәк-ара миграцияның көсәйеүенә, милләт-ара аралашыуҙың киңәйеүенә, милләт-ара никахтар һаны артыуға һ.б. бәйләнгән (ҡара: Этник процестар). Күпселектең мәҙәниәте өҫтөнлөк итеү шарттарында ижт., этник йә бүтән әҙселек мөхитендә бара. Интенсив А. бигерәк тә тупланып йәшәмәгән милләттәрҙә күҙәтелә. Тотош донъяла ла, айырым төбәктәрҙә лә барыусы тәбиғи А. йәмғиәт үҫешенең законға ярашлы интеграция процестарын сағылдыра һәм этно-ижт. конфликт тыуҙырмай (ҡара: Мишәрҙәр, Типтәрҙәр). Мәжбүри А. хөкүмәт йә урындағы власть тарафынан мәктәптә белем биреү өлкәһендә һ.б. йәмғиәт тормошо даирәләрендә этник аҙсылыҡтың телен һаҡлау мөмкинлектәрен сикләү, үҙаңын томалау һ.б. юл м‑н А. процесын яһалма тиҙләтеүгә йүнәлдерелгән саралар системаһынан ғибәрәт.

3) Лингвистик, һүҙ йә һүҙбәйләнештәр сиктәрендә телмәрҙә өндәрҙең бер‑береһенә оҡшашыуы. Диссимиляцияның киреһе. Барлыҡҡа килеү урыны һәм юлы (артикуляцион А.), һаңғыраулыҡ һәм яңғыраулыҡ (акустик А.) кеүек төрлө фонетик билдәләр б‑са әйтелгән өндәрҙең оҡшашлығы А. һөҙөмтәһе булып тора. А. бер типтағы өндәр араһында бара: һуҙынҡы (вокалик А.) йә тартынҡы (консонантик А.). Башҡорт телендә йышыраҡ консонантик А. осрай. Оҡшашлыҡ һөҙөмтәһе б‑са тулы А. (өндәрҙең тулыһынса оҡшашыуы, мәҫ., “ат-тар”, “ҡыҙ‑ҙар”, “күк-кә”) һәм тулы булмаған А. (өндәрҙең өлөшләтә айырым билдәләр б‑са оҡшашыуы, мәҫ., “яп-ты”, “там-ды”, “айыу‑ҙай”) була. Ярашҡан өндәрҙең оҡшашыуына ҡарап, прогрессив А. (арттағы өндөң алдағыһына оҡшауы: “ҡартлыҡ” > диал. ҡар[т̄]ыҡ, “бал” + “ҡалаҡ” > ба[лғ] алаҡ, “ҡалмаҫһың” > ҡалма[ѕ̄]ың) һәм регрессив А. (алдағы өндөң арттағыһына оҡшауы: “алдынғы” > алды[ңғ]ы, “ун бер” > у[мб] ер, “ҡырғыҙса” > ҡырғы[с̄]а) бүләләр. Йәнәш өндәр ҙә (контакт А.), йыраҡтағы өндәр ҙә (дистакт А.) бер‑береһенә тәьҫир итә ала: “себеш” > [ш]ебе[ш], “мендәр” > диал. м[ә]нд[ә]р, “сынаяҡ” > диал. с[а]н[а]яҡ. Һуҙынҡы өндәрҙең дистакт прогрессив А. сингармонизмда күҙәтелә, мәҫ., “төн” + “бойоҡ” > т[о]мб[о]й[о]ҡ, к[ө]тм[ә]г[ә]нд[ә] һ.б.

М.В.Зәйнуллин, Э.Ф.Ишбирҙин, Ф.С.Фәйзуллин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: