“АУЫЛ КӨНКҮРЕШЕ”
1538
“АУЫЛ КӨНКҮРЕШЕ”, “Уфимский сельско-хозяйственный листок” баҫмаһының тәржемәүи ауыл хужалығы журналы. Өфө губерна земствоһы органы. 1914 й. ғинуарынан алып 1917 й. февраленә тиклем Өфө ҡ. айына 2—3 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. “Шәреҡ” типографияһында нәшер ителә. Журналда ауыл хужалығы, сауҙа, сәнәғәт проблемалары буйынса мәҡәләләр, шулай уҡ Өфө губерна земствоһының протоколдары, уставтары, отчёттары баҫыла. Мөхәррире — П.Ф.Коропачинский, тәржемәсеһе — С.Л.Рәмиев.
Тәрж. Р.М.Шәрипова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: