“БАШҠОРТ ИТТИФАҠИ БЮРОҺЫНЫҢ МӨХБИРЕ” (“Башҡорт өлкә бюроһының хәбәрҙәре”), гәзит
1439
“БАШҠОРТ ИТТИФАҠИ БЮРОҺЫНЫҢ МӨХБИРЕ” (“Башҡорт өлкә бюроһының хәбәрҙәре”), ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт өлкә бюроһы органы. Берҙән‑бер һаны 1917 й. 14 июнендә Ырымбур ҡ. иҫке башҡорт телендә сыға. Унда Ә.Ә.Вәлидовтың Башҡ. милли хәрәкәтенең төп идеялары бәйән ителгән “Башҡорттарҙың алдағы торған эштәре” исемле мәҡәләһе, Башҡорт хөкүмәте бойороҡтары, ҡарарҙары, күрһәтмәләре, хөкүмәт ағзаларының мөрәжәғәттәре һ.б. баҫтырыла. Шул уҡ йылдың июлендә “Башҡорт” тип үҙгәртелә. Мөхәррире — С.Ғ.Мирасов.
Тәрж. Р.М.Шәрипова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.02.2024
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: