Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТ”, гәзит

Просмотров: 1647

“БАШҠОРТ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт мәркәз шураһы органы. 1917 й. 20 июленән Ырымбур ҡ., 1918 й. 6 июненән Силәбе ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡ. телендә сыға. “Б.” Башҡорт милли хәрәкәте идеялары пропагандалана. Шулай уҡ Башҡорт хөкүмәтенең бойороҡтары, күрһәтмәләре, ҡарарҙары, съездарға, конференцияларға (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары), Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы һайлауҙарына әҙерлек барышы тураһында материалдар, большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр баҫыла. 1918 й. 20 авгусында “Б.” һәм Башҡорт тауышы гәзиттәре берләшеүе һөҙөмтәһендә, Башҡ. хөкүмәте Башҡортостан хөкүмәтенең теле гәзитен ойоштора. Мөхәррирҙәре: Х.Ғ.Ғәбитов, Инан Әбделҡадир, С.Ғ.Мирасов.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.01.2024