“БАШҠОРТ ТАУЫШЫ”, гәзит
1417
“БАШҠОРТ ТАУЫШЫ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге органы. Ырымбур ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡ. һәм урыҫ телдәрендә сыға. 1918 й. июль—авгусында “Яңы ваҡыт” типографияһында нәшер ителә (бөтәһе 3 һаны сыға). Гәзит биттәрендә Башҡ. хөкүмәтенең хәрби бүлеге бойороҡтары, ҡарарҙары, большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр баҫыла. 1918 й. 20 авгусында “Б.т.” һәм “Башҡорт” гәзиттәре берләшеүе һөҙөмтәһендә Башҡ. хөкүмәте “Башҡортостан хөкүмәтенең теле” гәзите ойоштора. Мөхәррире — Х.Ғ.Ғәбитов.
Тәрж. Р.М.Шәрипова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.09.2023
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: