Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ТЕЛЕ”, гәзит

Просмотров: 1339

“БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ТЕЛЕ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бюроһы органы. Ырымбур ҡ. 1918 й. 20 авгусынан аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡ. телендә (материалдарҙың бер өлөшө урыҫ телендә) сыға башлай. Башҡорт һәм Башҡорт тауышы гәзиттәре берләшеүе һөҙөмтәһендә булдырыла. “Яңы ваҡыт” типографияһында баҫтырыла. “Йәшәһен эшселәр төҙөгән йәмғиәт!”, “Йәшәһен автономиялы Башҡортостан!” лозунгылары аҫтында нәшер ителә. Гәзиттә Башҡ. хөкүмәтенең бойороҡтары, ҡарарҙары, большевиктарға ҡаршы мәҡәләләр баҫыла. Мөхәррирҙәре: Х.Ғ.Ғәбитов, Ғ.Р.Фәхретдинов. Ябылыу ваҡыты билдәһеҙ.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.05.2023