Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БҮЗДӘК УРТА МӘКТӘБЕ №1

Просмотров: 750

БҮЗДӘК УРТА МӘКТӘБЕ №1, Бүздәк р‑ны. 1916 й. 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы булараҡ нигеҙ һалына. 1920 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1931 й. — колхоз йәштәре мәктәбе, 1935 й. хәҙ. статусын ала (1940 й. урыҫ һәм татар урта мәктәптәренә бүленә, 1947 й. берләштерелә), 1959 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Производство оҫтаханалары, ярҙамсы хужалығы, музейы бар. 1952 й. алып мәктәпте яҡынса 5 мең кеше тамамлаған (2011). Улар араһында Ә.А.Абдуллин, Н.М.Ҡотошев, Ә.Ғ.Маннапов, М.Р.Мәүлитов, Р.Р.Мәүлитов, Ә.Ә.Фәтҡуллин, Ш.Х.Чанбарисов, В.Л.Юлдашев. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында урыҫ урта мәктәбе эргәһендә Ленинградтан эвакуацияланған балалар өсөн балалар йорто ойошторола.

Г.Ғ.Шакиров

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019