ФАГТАР
ФАГТАР (гр. phágos — ашаусы), б а к т е р и о ф а г т а р, бактерияларҙа паразит булып йәшәгән вирустар төркөмө. Яҡынса 100 Ф. билдәле, киң таралған. Башы йомро, гексагональ йәки таяҡса формаһында, диам. 20—90 нм, аҡһым капсомерҙарынан барлыҡҡа килгән; уның эсендә ДНК йәки РНК, ш. уҡ бер нисә амин урынлашҡан. Үҫентеһе — эсе ҡыуыш үҙәк, оҙонлоғо 100—210, диам. 2,5—3 нм, аҡһым футляры м‑н уратып алынған; осонда рецепторҙары (хужа күҙәнәктә специфик адсорбцияны тәьмин итә) булған базаль пластинка бар. Ф. өсөн 3 йәшәү формаһы хас: вирион (төҙөлөшө һәм формаһы б‑са морфол. типтары: оҙон; ҡыҫҡармаусы; эсендә ике епсәле ДНК булған ҡыҫҡа үҫентеле; үҫенте аналогы м‑н — бер епсәле ДНК йәки РНК; еп һымаҡ Ф. — бер епсәле РНК айырыла), вегетатив вирус һәм провирус. Бактерияларҙа тыуҙырған инфекция тибына бәйле, вирулент (зарарланған күҙәнәктәрҙә продуктив инфекция үҫешә, ш. уҡ ваҡытта ҡайһы бер Ф. күҙәнәктәрҙе тарҡата) һәм уртаса, йәки симбиотик (күҙәнәк тарафынан йотола һәм уға үтеп инә, йәшерен инфекцион булмаған профаг формаһында ҡала, лизис тыуҙырмай) Ф. айырыла. Составында ДНК булған ҡайһы бер Ф. генетик трансдукцияға һәм рекомбинацияға һәләтле. Ф. — молекуляр биологияның классик объекты; уларҙы өйрәнеү гендың нескә структураһын, мутацияларҙың молекуляр механизмын асырға, генетик кодтың шифрын асырға мөмкинлек бирә. БР‑ҙа “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында эренле‑шеш һәм эсәк ауырыуҙарын дауалау өсөн Ф. алыу технологиялары эшләнә һәм етештереүгә индерелә (Н.Н. Ворошилова, Т.Ғ.Ниғмәтуллин һ.б.).
Н.Ә.Кирәева
Тәрж. Г.А.Миһранова