Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАКТЕРИЯЛАР

Просмотров: 1638

БАКТЕРИЯЛАР (гр. baktērion — таяҡса), микроскопик, башлыса бер күҙәнәкле организмдар төркөмө. Б. прокариоттар батшалығына инә һәм грамкиреләргә, грамыңғайҙарға, микоплазмаларға һәм архебактерияларға бүленә. Бактериаль күҙәнәктәр сфера (коктар), цилиндр (бациллалар, псевдомонадалар һ.б.), спираль (вибриондар, спириллалар, спирохеттар) формаһында була. Б. үлсәмдәре (мкм): оҙонлоғо 1—20, диам. 0,1—10. Уларҙың күптәре ҡамсылар, лайла йәки аксиаль еп ярҙамында хәрәкәтләнә. Б. аэробтарға һәм анаэробтарға, автотрофтарға һәм гетеротрофтарға айырыла. Азотфиксацияны, денитрификацияны, нитрификацияны һ.б. тормошҡа ашырып, биосфералағы матдәләр әйләнешендә ҡатнашалар. Б. араһында кеше, хайуандар һәм үҫемлектәр (ҡара: Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙары) ауырыуҙарын тыуҙырғыстар билдәле. Б. май, сыр яһау һәм һөт сәнәғәтендә, ферменттар, мал аҙығы аҡһымдары, дарыу препараттары, этил һәм бутил спирттары һ.б. етештереүҙә ҡулланыла. Б. — микробиология, биохимия, йыһан биологияһы, генетика һ.б. классик тикшеренеү объекты.

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019