Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАДИОТЕХНИКА

Просмотров: 1329

РАДИОТЕХНИКА, фән һәм техниканың төрлө техника тармаҡтарында мәғлүмәтте тапшырыу, һаҡлау һәм үҙгәртеү өсөн файҙаланылған электромагнит тулҡындарын һәм радио диапазоны тулҡындарын генерациялау, көсәйтеү, таратыу, тапшырыу һәм ҡабул итеү ысулдарын һәм принциптарын өйрәнгән өлкәһе; радиофизика һәм радиоэлектрониканы үҙ эсенә ала. Радиотехник ысулдар һәм ҡоролмалар автоматикала, хисаплау техникаһында, астрономияла, физикала, химияла, биологияла, медицинала һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда Р. Өфөләге радионың тәүге дәүләт радиостанцияһы сафҡа индерелгәндән һуң үҫеш ала. 20 б. 20‑се йй. Е.Н.Грибанов тарафынан Р. өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла; 1927 й. 4 антеннаһы булған (Г‑рәүешле, кәрзин һәм сатыр һымаҡ, рам формаһындағы) ҡыҫҡа тулҡынлы тәүге ҡабул итеү һәм тапшырыу радиостанцияһы асыла. 30‑сы йй. А.И.Глазырин етәкс. активлаштырылған катодлы электрон лампаларҙы тергеҙеү алымдары табыла. 40‑сы йй. 2‑се Өфө радиомеханика з‑дында (ҡара: “Промсвязь”) телефон‑телеграф аппараттарына ремонт эшләнә; 60‑сы йй. ярымүткәргестәр нигеҙендәге радиоаппаратура етештереү технологияһы үҙләштерелә. 80‑се йй. алып “Магнетрон” з‑дында радиоэлемтә аппараттары ионлы‑плазмалы өрҙөрөү һәм өҫтә монтажлау ысулдарын ҡулланып етештерелә (ҡара: Микроэлектроника). ӨДАТУ‑ла магнитлы‑электронлы компоненттар һәм электр сигналдарын үҙгәртеү теорияһы үҫтерелә (В.Г.Гусев). БДУ‑ла сәнәғәт пр‑тиеларында һәм ғилми учреждениеларҙа файҙаланылған электризация процестарын тикшереү өсөн приборҙар (Р.З.Бәхтизин); сәнәғәт өсөн ғәҙәти булмаған радиоэлектроника ҡоролмалары: икенсел электр энергияһы сығанаҡтары, селтәрҙәге көсөргәнеш стабилизаторҙары, юғары йышлыҡ м‑н тултырылған газ разрядлы нурланыш сығанаҡтары, ультратауыш тирбәлеүҙәренең генераторҙары, ферромагнит материалдарҙың көсөргәнешле деформацияланыу хәлен һәм структураһын есемде емермәйенсә контролдә тотоу ҡоролмалары (А.М.Вальшин, Н.М. Ғарифуллин) уйлап табыла; физик һәм радиотехник системаларҙағы шауҙарҙың төп төрҙәре тикшерелә (С.С.Гоц). ӨДАТУ‑ла — “Радиоэлемтә, радиотапшырыуҙар һәм телевидение” һәм “Хәрәкәт иткән объекттар м‑н элемтә саралары”, БДУ‑ла “Оптик элемтәнең физикаһы һәм техникаһы” һөнәрҙәре б‑са уҡытыу алып барыла; Р. өлкәһендәге белгестәр ш. уҡ Радиоэлектроника колледжында әҙерләнә.

Н.М.Ғарифуллин, Ә.Л.Ғәлиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019