Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЫНЫСЛЫҠ ФОНДЫ

Просмотров: 1147

ТЫНЫСЛЫҠ ФОНДЫ, тыныслыҡты һаҡлар һәм халыҡ‑ара бәйләнештәрҙе нығытыр өсөн төҙөлгән Башҡ. респ. йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә 1972—98 йй. эшләгән. Рәсәй Т.ф. бүлексәһе булған, Тыныслыҡты һаҡлау комитеты һ.б. йәмәғәт берекмәләре м‑н хеҙмәттәшлек иткән. Респ. Т.ф. 68 ҡала һәм район бүлексәһе эшләгән (1987). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: хәйриә; һуғыш, һәләкәт, бәлә‑ҡаза һәм афәт ҡорбандарына, йәмғиәттең соц. яҡтан аҙ яҡланған ҡатламдарына һ.б. матди ярҙам күрһәтеү. Фонд Бөрйән р‑нында һыу баҫыу (1990), Әшә—Оло Теләк т. юлындағы транспорт һәләкәте (ҡара: Техноген һәләкәттәр) һ.б. арҡаһында зыян күргән кешеләргә матди ярҙам күрһәткән. Т.ф. ҡатнашлығында Респ. Хәтер китабы (ҡара: “Хәтер. 1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар исемлеге”) донъя күрә. Т.ф. эшендә З.Р.Басиров, М.Ғ.Гәрәев, З.Н.Дауытов, В.М.Исхаҡов, З.П.Коршунова, Ф.А.Әсәнов һ.б. ҡатнаша. Рәйестәре: М.З.Хисаметдинов (1972 й. алып), А.Ш.Мағазов (1981 й. алып).

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019