Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФОНДТАР

Просмотров: 1122

ФОНДТАР, 1) билдәле маҡсаттарға тәғәйенләнгән аҡса йәки матди средстволар; 2) ағзалары булмаған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (ҡара: Йәмәғәт фонды).

Макроиҡтисади кимәлдә иҡтисадтың яңыртып етештереү потенциалын баһалау өсөн тупланыу (милли килемдең тотонолмай торған һәм төп капиталды арттырыу өсөн файҙаланылған өлөшө; төп фондтарҙы, әйләнештәге аҡсаларҙы һәм резервтарҙы туплауҙан тора) һәм ҡулланыу (милли килемдең халыҡтың шәхси файҙаланыуына, дәүләт идаралығын һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы тотоуға тәғәйенләнгән өлөшө; ҡара: Бюджеттан тыш фондтар) Ф. айыралар. 2000— 07 йй. БР‑ҙың тулайым төбәк продуктында тупланыу Ф. өлөшө уртаса 23,4% (РФ-та 21,2%) тәшкил итә.

А.В.Йәнгиров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: