Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФРИСТАЙЛ

Просмотров: 1185

ФРИСТАЙЛ (ингл. free — ирекле һәм style — стиль), саңғы спорты төрө. Саңғы акробатикаһында (трамплиндан акробатик элементтар яһап һикереү), могулда (ҡытыршылы трассанан тау саңғыларында тиҙлеккә төшөү, мотлаҡ һикереү м‑н), ски‑кроста (төрлө вираждар, тулҡын һәм трамплиндар кеүек ҡарлы ҡаршылыҡтар булған махсус трассала уҙыш), слоупстайлда (трассаның буйынан-буйына эҙмә-эҙлекле урынлашҡан трамплинда, пирамидала, перилала һ.б. акробатик һикереү сериялары башҡарыу) һәм хаф-пайпта (бер стенанан икенсеһенә күсеп төрлө акробатик трюктар эшләргә мөмкинлек биргән ҡар улағы буйлап тау саңғыларында төшөү) ярыштар айырыла. Башҡортостанда Ф. 1986 й. үҫеш ала, тау саңғыһы спорты һәм батутта һикереү м‑н шөғөлләнгән спортсыларҙың күбеһе Ф. б‑са саңғы акробатикаһында сығыш яһай башлай. 1990 й. Өфөлә Профсоюздар спорт йәмғиәтенең тау саңғыһы спорты б‑са ДЮСШ‑нда Ф. бүлексәһе асыла. Өфөлә ски‑кросс б‑са Рәсәй кубоктары этаптары һәм могул б‑са үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге (бөтәһе лә — 2005—06), могул б‑са Рәсәй кубогы финалы (2006), Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары сиктәрендә ски- кросс б‑са ярыштар (2013), Октябрьский ҡ. — үҫмер спортсылар һәм үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге һәм Рәсәй уҡыусылар Спартакиадаһының финалы (икеһе лә — 2011), Рәсәй Кубогы һәм Рәсәй чемпионаты (икеһе лә — 2012), үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселеге һәм Рәсәй уҡыусылары Спартакиадаһы финалы (икеһе лә — 2013) үткәрелә. Халыҡ‑ара ярыштарҙа Е.В.Королёва, А.В.Михайлов юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, ш. уҡ могул б‑са А.С.Чистяков —Европа кубогының көмөш призёры (1997), ски‑кросс б‑са Д.А.Васильева — Бөтә донъя универсиадаһының бронза призёры, А.В.Данилов — Европа кубогы этабының көмөш призёры (икеһе лә — 2011), саңғы акробатикаһында К.С.Спиридонова — Европа кубогы этабы еңеүсеһе һәм дөйөм зачётта Европа кубогының көмөш призёры (икеһе лә — 2016), Т.С.Бабич — дөйөм зачётта Европа кубогының бронза призёры (2016) була. Респ. БР‑ҙың Тау саңғыһы һәм сноуборд үҙәк клубы эшләй, уның Өфөлә һәм Октябрьскийҙа Ф. бүлексәләре бар, уларҙа 200‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2016). Тау саңғыһы б‑са олимпия резервы спорт мәктәбе базаһында (Өфө) һәм “Өйәҙе тау” тау саңғыһы комплексында (Октябрьский) Ф. м‑н шөғөлләнеү өсөн махсус трассалар бар. 2006 й. алып БР Ф. Федерацияһы эшләй. Ф. м‑н тренерҙар Михайлов, Р.А.Муллағәлиев, А.В.Панов, Л.П.Финк һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019