Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИХАЙЛОВ Александр Викторович

Просмотров: 879

МИХАЙЛОВ Александр Викторович (6.11.1970, Волгоград ҡ.), спортсы. Фристайл буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1999). 1994—2003 йй. тау саңғыһы спорты буйынса СДЮШОР, бер үк ваҡытта 1997—2002 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе (Өфө ҡ., тренеры Л.П.Финк) өсөн сығыш яһай. Донъя (1998) һәм Европа (2001) кубогы этаптары еңеүсеһе, Рәсәй чемпионы (1997—99), Рәсәй кубогын яулаусы (2000), Рәсәй чемпионатының көмөш һәм Европа кубогының бронза призёры (икеһе лә — 2001). Көньяҡ Кореяла халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе (1997). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1998, 2002). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992—2002).

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.03.2023