Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХРИСТИАН ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТЫ

Просмотров: 1281

ХРИСТИАН ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТЫ, күбеһенсә дини йөкмәткеле баҫмалар. “Уфимские епархиальные ведомости” Башҡортостанда православие йүнәлешендәге беренсе дини журнал була.

“Сеятель” (“Таратыусы”), православие журналы. Нәшер итеүсеһе һәм мөхәррире — рухани И.Г.Хохлов. 1913—17 йй. Өфөлә айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Дини һәм әхлаҡи йөкмәткеле мәҡәләләр, айҙың йәкшәмбе һәм байрам көндәренә өгөт-нәсихәттәр, яңы дини китаптарға рецензиялар һ.б. баҫыла. 1916 й. алып “Крупицы пищи духовной” (“Рухи аҙыҡ бөртөктәре”) ҡушымтаһы сығарыла.

“Заволжский летописец” (“Волга аръяғы йылъяҙмасыһы”), славянофилдарҙың православие журналы. Көнсығыш Рәсәй мәҙәни‑ағартыу йәмғиәте органы. 1916—18 йй. (өҙөклөктәр м-н) Өфөлә айына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Сиркәү, дини-көнкүреш, мәҙәни-ағартыу, ижт.-сәйәси, сит дин бүлектәренән тора. Мөхәррире — А.Зелинская.

“Уфимский церковно‑народный голос” (“Өфө сиркәү-халыҡ тауышы”), православие журналы. Өфө епархияһы органы. 1918 й. Өфөлә айына 2—3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Журналда Андрейҙың, епархиялағы мәхәллә руханиҙарының өгөт-нәсихәттәре һәм телмәрҙәре; епархияның сиркәү-йәмғиәт һәм сәйәси тормошо хроникалары; Өфө епархияһы б-са рәсми мәғлүмәттәр һәм иғландар баҫыла.

“Христианин” (“Христиан”), католиктарҙың әҙәби-дини журналы. Иисус Христос Йөрәге хөрмәтенә Өфө губ. рим-католик союзы органы. 1918 й. Өфөлә айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Журнал дини, әхлаҡи, мәҙәни-ағартыу һәм ижт.-сәйәси бүлектәрҙән тора. Мөхәррире — В.И.Зекин.

“Церковный рассвет” (“Сиркәү таңы”), обновленецтарҙың православие журналы. Өфө епархия идаралығы органы. 1923 й. Өфөлә урыҫ телендә сыға. Мөхәррире — Покров сиркәүенең настоятеле П.В.Яковлев.

“Купель”, балалар өсөн әҙәби-нәфис журнал. Өфө епархия идаралығы органы. 1992—93 йй. Өфөлә урыҫ телендә сыға. Мөхәррире — Е.Н.Кушаковский.

В.В.Латипова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019