Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИМИК БЫСРАНЫУ

Просмотров: 1467

ХИМИК БЫСРАНЫУ, тирә‑яҡ мөхиттә химик матдәләрҙең (органик берләшмәләр, пестицидтар, ауыр металдар, радионуклидтар, пластик массалар, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, нефть продукттары һ.б.) норманан артыҡ йәки уға хас булмаған концентрацияларҙа тупланыуы. Х.б.–биосфера процестарының тигеҙләнеше боҙолоуҙың, тере организмдарҙың һәләк булыуының сәбәбе булып тора. Х.б. стационар (нефтехимия сәнәғәте, металлургия, төҙөлөш материалдары сәнәғәте, химия сәнәғәте, ТЭС-тар, а.х. объекттары пр-тиелары; көнкүреш ҡаҙанлыҡтары), стационар булмаған (автомобиль транспорты, тимер юл транспорты, һауа транспорты) сығанаҡтары бар. Беренсел (туранан-тура килә торған) һәм икенсел (беренсел бысратыусыларҙың үҙгәреш продукттары), тарҡалыусы һәм тотороҡло химик бысратыусылар; бысратыусыларҙың тәбиғәтенә бәйле – аэрозолдәр, ағынты һыуҙар, сәнәғәт ҡалдыҡтары һ.б. айырыла. Агрессив мөхиттәрҙең ағып сығыуы, ҡорамалдарҙың төҙөк булмауы, технологик процестың боҙолоуы йәки камил булмауы, авариялар һ.б. бысраныуҙың сәбәбе булыуы мөмкин. Химия пр-тиеларының атмосфераға сығарған төп ташландыҡтарына углерод, азот һәм көкөрт оксидтары (ҡара: Кислоталы ямғырҙар), көкөртлө водород, көкөртлө углерод, аммиак, хлорорганик берләшмәләр, органик һәм органик булмаған матдәләр производстволарының саңы, фенолдар, аминдар һ.б. инә. Антропоген ташландыҡтарҙың яртыһынан күберәге автомобиль транспортына тура килә. Башҡортостанда Х.б. төп сығанаҡтары – Стәрлетамаҡ, Өфө һ.б. ҡалаларҙағы химия, нефтехимия сәнәғәте, ҡара (Белорет ҡ.) һәм төҫлө (Сибай, Учалы ҡҡ.) метал­лургия пр-тиелары, ш. уҡ ТЭС-тарҙың, төҙөлөш материалдары етештереү пр-тиеларының яныу продукттары.

Әҙәб.: Майстренко В.Н., Хамитов Р.З., Будников Г.К. Эколого-аналитический мониторинг супертоксикантов. М., 1996; М а й с т р е н к о В.Н., К л ю е в Н.А. Эколого-аналитический мониторинг стойких органических загрязнителей. М., 2004.

В.Н.Майстренко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019