Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЦИФИР МӘКТӘПТӘРЕ

Просмотров: 1199

ЦИФИР МӘКТӘПТӘРЕ, Рәсәйҙә дәүләт башланғыс уҡыу йорттары. Пётр I 1714 й. указы б-са һәр бер губернала дәүләт учреждениелары, армия һәм флот, сәнәғәт һәм сауҙа өсөн, ш. уҡ һөнәрселек мәктәптәренә уҡырға инеү өсөн грамоталы кешеләр әҙерләү маҡсатында монастырҙар һәм архиерей йорттары эргәһендә асыла. Адмиралтейство-коллегиялар ҡарамағында була. Ҡаҙна аҡсаһына тотола. Крәҫтиәндәрҙән башҡа бөтә ҡатламдарға ҡараған 10—15 йәшлек малайҙар ҡабул ителә. Уҡыу түләүһеҙ була. Уҡыу курсы 1—2 йыл тәшкил итә. Уҡыу программаһына башланғыс геометрия м-н арифметика, уҡыу, яҙыу, география инә. Мәскәү матем. һәм навигация фәндәре мәктәбен тамамлаусылар Ц.м. уҡытыусы була. Ц.м. яйлап гарнизон, архиерей мәктәптәре, тау сәнәғәте мәктәптәре һәм училищелары м-н берләшә, 1744 й. гарнизон мәктәптәренә үҙгәртелә.

Башҡортостанда беренсе Ц.м. Өфөлә 1720 йй., икенсеһе И.К.Кирилов инициативаһы б-са 1735 й. асыла. 1739 й. Өфөнөң Ц.м. 37 уҡыусы, Ырымбур ҡ. (1735 й. асылған) 67 уҡыусы уҡый.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019