Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАМЛАУ

Просмотров: 1309

ҠАМЛАУ (төркисә ҡам — шаман), башҡорттарҙа шаман (ҡара: Шаманлыҡ), баҡсы тарафынан әруахтар, тәбиғи булмаған, тәбиғәт көстәре һ.б. м‑н бәйләнеш урынлаштырыу өсөн башҡарыла торған ырым. Ауырыу сәбәптәрен асыҡлау һәм бөтөрөү, юғалған кешеләрҙе йәки әйберҙәрҙе эҙләү, яҙмышты, ваҡиғаларҙы күрәҙәләү, һауа торошон көйләү һ.б. маҡсатта башҡарыла. Ырымды башҡарған ваҡытта баҡсыға әруах, тотем һ.б. рухы инә һәм ул ғәҙәттән тыш көскә эйә була, тип иҫәпләнә. Ҡ. өсөн махсус кейем һәм сихыр көсөнә эйә әйберҙәр: арҡан, йүгән, ҡумыҙ, ҡылыс, мылтыҡ һ.б. ҡулланыла. Ауырыуҙы дауалау өсөн баҡсы дөңгөргә ритмлы һуғыуҙар м‑н оҙатылған йола бейеүе башҡара һәм арбау һүҙҙәре әйтеп һамаҡлай, мәҫ., “Ағын йылға менән кит! /Ҡояш байышы менән кит! /Бында һиңә урын юҡ! /Һинең урының — унда!”

Әҙәб.: Байымов Б.С. Баҡсылар ижады //Башкирский фольклор. Уфа, 1995. Вып.5; Инан А. Шаманизм тарихта һәм бөгөн. Өфө, 1998; Султангареева Р.А. Обрядовый фольклор как предмет реконструкции личности, функции и творчества багымсы //Башкирский фольклор. Уфа, 1999. Вып.3.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: