Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕРҘЕҢ ИҠТИСАДИ БАҺАҺЫ

Просмотров: 1251

ЕРҘЕҢ ИҠТИСАДИ БАҺАҺЫ, төрлө тәбиғи-иҡт. шарттарҙа төрлө сифатлы ерҙәрҙең сағыштырмаса килемлелеген билдәләү. Дөйөм (бөтә үҫтерелеүсе а.х. культуралары б‑са сығымдарҙың һәм алынған һөҙөмтәләрҙең иҫәбен алыу нигеҙендә эшләйҙәр) һәм шәхси (айырым а.х. культуралары, һөрөнтө ерҙәр, сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр б‑са) Е.и.б. айырыла. Е.и.б. тәбиғәт ресурсы булараҡ — тупраҡты бонитировкалауға, ауыл хужалығында етештереү сараһы булараҡ ауыл хужалығы ерҙәренең урынлашыуын, ҡулланылған технологияларын һәм производствоһын, геоботаник тикшеренеү мәғлүмәттәрен иҫәпкә алып файҙаланыу һөҙөмтәлелеген баһалауға нигеҙләнә. Е.и.б. күрһәткестәре: тулайым продукцияның хаҡы, а.х. культуралары уңышы, сығымдарҙың ҡапланыуы (продукцияның 1 һум сығымға иҫәпләнгән хаҡы), айырымланған килем (килемдең уңдырышлы һәм яҡшыраҡ урынлашҡан ерҙәрҙәге өҫтәлмә өлөшө), тотонолған хеҙмәт, фонд һыйышлығы, хеҙмәт һәм техника етештереүсәнлеге һ.б. Балдарҙа күрһәтелә, тупраҡтың бонитировкалау ваҡытында бүленгән төркөмдәре б‑са иҫәпләнә. Е.и.б., ш. уҡ ер төҙөлөшө б‑са эштәр нигеҙендә ер кадастры төҙөлә, ер һалымының ставкаһы билдәләнә (ҡара: Һалымдар һәм йөкләмәләр). Рәсәйҙә Краснодар крайындағы Е.и.б. эталон итеп алынған. Башҡортостанда Е.и.б. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. аҙағынан СССР ФА БФ‑тың Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә М.И.Тоҡомбәтов етәкс. үткәрелә. 70—90‑сы йй. РСФСР өсөн берҙәм методика б‑са Е.и.б. 4 туры уҙғарыла (1972, 1976, 1983, 1989), 1990—92 йй. колхоздарҙың һәм совхоздарҙың хужалыҡ эсендәге Е.и.б. сығарыла. Шулай уҡ ҡара: “ВолгоНИИгипрозем”.

Әҙәб.: Экономическая оценка пахотных земель Башкирской АССР по единой методике РСФСР //Земельный фонд Башкирской АССР и его использование. Уфа, 1979; Оценка земельных ресурсов. М., 1999.

И.Д.Стафийчук

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: