Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭКСТРАПОЛЯЦИЯ

Просмотров: 925

ЭКСТРАПОЛЯЦИЯ, экстра ‑полировкалау (лат. extra — юғары сифатлы, тыш һәм polio — һыйпайым, төҙәтәм, үҙгәртәм), функцияның бирелгән функциялар класында уның билдәләнеү өлкәһе ситендәге дауамы, аппроксимация төрө, интерполяцияның ҡапма‑ҡаршыһы. Техникала һәм иҡтисадта — ҡыҫҡа ваҡытлы прогноз, статистикала — бирелгән мәғлүмәттәрҙең динамик рәтен дауам итеү һәм һайлап алынған мәғлүмәттәрҙең үҙсәнлектәрен бөтә йыйылмаға таратыу, хисаплау математикаһында — ябай дифференциаль тигеҙләмә­ләрҙе, интеграль, интегро‑дифференциаль һ.б. тигеҙләмәләрҙе сисеү, һанлы интеграллау формулаларының аныҡлығы дәрәжәһен арттырыу өсөн ҡулланыла. Башҡорт дәүләт университетында функциональ арауыҡтар өсөн О.А.Ладыженскаяның интерполяцион һәм мультипликатив тигеҙһеҙлектәр Э. селтәрле аналогтары төҙөлә (Ф.В.Лубышев). Авиация техник университетында механика мәсьәләләрен сискәндә һанлы һөҙөмтәләрҙе аныҡлау өсөн ҡулланылған Э. ысулдары уйлап табыла (В.П. Житников, Н.М.Шерыхалина).

В.В.Водопьянов, В.Н.Кризский, Ф.В.Лубышев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: