Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫУ

Просмотров: 1124

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫН ЭЛЕКТРЛАШТЫРЫУ, электр энергияһын а.х. производствоһына һәм ауыл халҡының көнкүрешенә индереү; ауыл хужалығын интенсивлаштырыу күрһәткестәренең береһе. А.х.э. ваҡытында гидроэлектростанция, ел, йылылыҡ электростанцияларында һ.б. алынған электр энергияһы ҡулланыла. Төп ҡулланыусылары: малс‑ҡ, сусҡасылыҡ, һарыҡсылыҡ, йылҡысылыҡ һәм ҡошсолоҡ пр‑тиелары (туҡтауһыҙ электр энергияһы м‑н тәьмин итеүҙе талап итәләр); теплица хужалыҡтары һәм үрсетмә комплекстары, иген таҙартыу, әҙерләү пункттары, машина-технология станциялары, ҡатнаш мал аҙығы цехтары һәм заводтары, а.х. продукцияһын эшкәртеү пр‑тиелары (электр м‑н тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булыуы мөмкин) һ.б. (ҡара: табл.). А.х.э. йәш а.х. малын үҫтереүваҡытында, ш. иҫ. ҡоштарҙы үҫтергәндә йылытыу һәм кибендереүҙе; һыу менән тәьмин итеү, мал аҙығы әҙерләү, уны һаҡлау, бешереү һәм таратыу, һыйыр һауыу һәм һөттө беренсел эшкәртеү, йомортҡа йыйыу һәм уны сорттарға бүлеү, себеш инкубациялау, һарыҡ йөнө ҡырҡыу һ.б. технологик процестарҙы автоматлаштырыуҙы тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Башҡортостанда А.х.э. 20 б. 20‑се йй. ГОЭЛРО планына ярашлы башлана. 70‑се йй. алып — Аграр университетта яңыра торған энергия сығанаҡтары, ауылды электр энергияһы м‑н тәьмин итеүҙең ышаныслылығын (Ю.Е.Байрамғолов һ.б.), орлоҡтарҙы таж һымаҡ зарядһыҙланған ҡырҙа эшкәртеү нигеҙендә үҫемлектәрҙең уңдырышлылығын (А.А.Тюр) арттырыу, ҡыяҡлылар орлоҡтарының сығышын тиҙләтеү (А.И.Желтоухов); ҡулай зоогигиеник шарттар булдырыу (Е.П.Дементьев, Ф.Ә.Кәримов, В.И.Мозжерин); 2000‑се йй. редукторһыҙ электр приводын ҡулланыу юлы м‑н уңыш йыйыу һәм уңыш йыйғандан һуң үҫемлекселек продукцияһын эшкәртеү ҡорамалдарының энергетик һөҙөмтәлелеген (Р.С.Айыпов, А.В.Линенко), боҙлауыҡ-ел йөкләнеше шарттарында ауыл ерендәге 6—10 кВ һауа электр энергияһы тапшырыу линияларының ышаныслылығын (В.Ю.Кабашов), т‑ра режимы м‑н идара итеүҙең иң ҡулайлы системаһын һайлау нигеҙендә ябыҡ грунт объекттарының энергетик һөҙөмтәлелеген (Л.П.Андрианова) арттырыу, эш режимын яҡшыртыу, киҫкен хәлдәрҙе булдырмау һәм ауыл электр бүлеп биреү селтәрҙәренең техник хәлен оператив диагностикалау (Андрианова, Э.Р.Байбурин) мәсьәләләре өйрәнелә; энергия ҡоролмалары м‑н идара итеүҙең микропроцессор системалары (Р.Р.Ғәлиуллин), малс‑ҡ биналарында микроклимат м‑н тәьмин итеүҙең энергия һаҡлаусы технологиялары (И.И.Ғәлимәрҙәнов), алыҫ урынлашҡан крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын электр энергияһы м‑н тәьмин итер өсөн бәләкәй ҡеүәтле ел һәм ҡояш энергияһы ҡоролмалары (Андрианова, Ғәлимәрҙәнов), а.х. үтә ҙур йышлыҡлы ҡоролмалар ҡулланыу б‑са технологиялар һәм техник ҡарарҙар (Айыпов һ.б.) эшләнә.

 Әҙәб.: Лещинская Т.Б. Электроснабжение сельского хозяйства. М., 2008.

Л.П.Андрианова

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019