Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭПИФИТТАР

Просмотров: 1080

ЭПИФИТТАР (гр. epi — өҫтөндә һәм ...фит), флораның үҫемлектәр өҫтөндә (ағас ботаҡтары, олондары һәм япраҡтары) йәки уларҙың ҡороған япма туҡымаларында йәшәүсе паразит булмаған төрҙәре. Патиенттар булып тора; тирә‑яҡ мөхиттән һыу һәм минераль матдәләр алыу өсөн (буранка һымаҡ япраҡтар, тамырҙарында көпшәкле япмалар һ.б.), ҡайһы берҙәрендә ксерофиттарға хас булған һыуҙы һаҡсыл ҡулланыу өсөн (ҡалын кутикулалы итләс япраҡтар, үҫешкән һыу һаҡлағыс урындары булған төклө япраҡтар һ.б.) яйланмалары бар. Кибеүгә бирешмәүсән, айырыуса лишайниктар сыҙамлы, улар оҙайлы ҡоролоҡ осоронан һуң икенсе ҡат дымландырғанда үҫеүен дауам итә ала. Тропик урмандарҙа сәскәле үҫемлектәргә һәм абаға һымаҡтарға ҡараған Э. таралған. Башҡортостанда ылымыҡтарҙан (100‑ҙән ашыу төр), мүк һымаҡтарҙан (15) һәм лишайниктарҙан (65) ғибәрәт. Урман экосистемаларының мөһим компоненттары, биологик актив матдәләрҙең сығанағы, хайуандар өсөн аҙыҡ булып тора, экологик мониторингыла һ.б. файҙаланыла. Эпифит лишайниктарҙың ҡайһы бер төрҙәре медицинала, күп мүктәр халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Артыш вульпицидаһы, Боландер фруллянияһы, Бурнет лептогиумы, Васмут уснеяһы, йәшел дикранум, Лаурер тукнерарияһы, Селвин пилезиеллаһы, тарбаҡ эверния, үпкә лобарияһы һ.б. Э. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019