Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЗЫКАЛЬ ЭТНОГРАФИЯ

Просмотров: 1248

МУЗЫКАЛЬ ЭТНОГРАФИЯ, э т н о м у з ы к а ғ и л е м е, халыҡ музыкаһын өйрәнеүгә арналған фәнни дисциплина. Башҡорттарҙың муз. фольклоры т‑да тәүге мәғлүмәттәр иртә Урта быуаттың Европа һәм ғәрәп сәйәхәтселәре һәм миссионерҙары, 18 б. башындағы урыҫ сәйәхәтселәре һәм тикшеренеүселәре отчёттарында тупланған. Башҡ. халыҡ музыкаһы өлгөләрен йыйыу һәм өйрәнеү 19 б. 1‑се ярт. А.А.Алябьев тарафынан башлана. Ул башҡ. халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәре нигеҙендә байтаҡ муз. әҫәрҙәр ижад итә. 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында халыҡ муз. ижады әҫәрҙәрен йыйыу һәм өйрәнеү м‑н Рус география йәмғиәтенең этнографик бүлексәһе һәм Мәскәү ун‑тының Тәбиғәт белеме, антропология һәм этнография һөйөүселәренең Император йәмғиәтендәге Этнография бүлегенә ҡараған Муз.- этнографик комиссия шөғөлләнә. 1856—57 йй. М.Л.Михайлов Ырымбур губ. экспедиция барышында башҡ. халыҡ музыкаһы өлгөләрен яҙып ала. Улар “Урал очерктары” (“Уральские очерки”; 1859) йыйынтығына индерелә. Ф.Д.Нефёдов этнографик отчёттарында кантон башлыҡтары һәм ген. т‑дағы халыҡ йырҙарының соц. йүнәлешле булыуын билдәләп үтә. К.Б.Шуберт “Ҡырғыҙ далаларына сәйәхәтем” (“Моё путешествие в киргизские степи”; 1862) ҡыллы квартетында башҡ. халыҡ көйө “Перовский” ҙы файҙалана. Р.Г.Игнатьев башҡ. халыҡ йырының мөһим жанрҙарын билдәләй һәм төп иғтибарын уларҙың йөкмәткеһенә йүнәлтә; мелодиканың үҙенсәлектәрен анализлап, импровизацион характерын һ.б. билдәләй. 1883—93 йй. Ғ.Х.Йәнекәев 500‑гә яҡын башҡ. һәм татар халыҡ йырҙарын яҙып ала, “Башҡорт һәм татар йырҙары” [“Башкирские и татарские песни”; баҫылмаған; “1‑се йыйынтыҡ” (“Сборник №1”) исеме аҫтында билдәле, ӨДСИ‑лә һаҡлана, бер варианты — Ғилми архивта] йыйынтығында уларҙы системаға килтерә. Йыйынтыҡ шулай уҡ А.И.Оводов һәм К.Й.Рәхимов тарафынан нотаға һалынған 144 йырҙы үҙ эсенә ала. Башҡорттарҙың халыҡ муз. ижады әҫәрҙәренең тәүге ҙур баҫмаһы булып “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабы һанала; унда тәүге тапҡыр 20 халыҡ йырсыһы т‑да мәғлүмәттәр бирелгән. Фонограф ҡулланыу (1885 й. алып) музыканы һәм информаторҙарҙың исемен фоноархивтарҙа теркәргә мөмкинлек бирә. 20 б. башында башҡ. муз. фольклор өлгөләрен С.Ғәбәши, И.А.Козлов, М.И.Солтанов һәм А.А.Эйхенвальд йыя. Башҡортостандың көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү (ҡара: Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте) б‑са йәмғиәт ҡарамағында сәнғәт ғилеме секцияһы ойошторола, уның составына Ғәбәши, А.С.Ключарёв, И.В.Салтыков, Ғ.С.Әлмөхәмәтов инә. Секция теоретик тикшеренеүҙәр һәм муз.‑этнографик экспедицияларҙы ойоштороу м‑н шөғөлләнә. 1932 й. Өфөлә Башҡ‑н милли мәҙәниәт ҒТИ (ҡара: Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты) асыла, музыка секторы мөдире Ключарёв етәкс. башҡ. халыҡ йырҙарын йыйыу һәм өйрәнеү эштәре алып барыла. “Башҡорт халыҡ йырҙары” (“Башкирские народные песни”), “Ҡурай өсөн 50 башҡорт халыҡ инструменталь пьесаһы һәм көйө” (“50 башкирских народных инструментальных пьес и наигрышей для курая”) йыйынтыҡтары (баҫылмаған) һ.б. төҙөлә. Башҡ. ауыл һәм эшселәр фольклорын М.М.Вәлиев, Х.К.Ибраһимов, Рәхимов өйрәнә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Эйхенвальд беренселәрҙән булып оҙон көй жанрының лад-интонация үҙенсәлектәрен һәм ритмик үҫешенең ҡанундарын тикшерә. Башҡ. муз. фольклор өлгөләрен йыйыу, эшкәртеү эше м‑н Өфөгә Мәскәү, Ленинград, Киевтан эвакуацияланған комп. Ф.Е.Козицкий, Н.И.Пейко, А.Э.Спадавеккиа, Л.Б.Степанов, Н.К.Чемберджи шөғөлләнә. 1941 й. БАССР ХКС‑ы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре б‑са идаралыҡ эргәһендә муз.‑фольклор кабинеты булдырыла. ТТӘИ ғалимдары һәм музыка белгестәре тарафынан Куйбышев, Ҡурған, Пермь, Свердловск, Силәбе, Һарытау, Ырымбур өлк. һәм ТАССР башҡорттарының муз. фольклоры өйрәнелеп, системаға һалына. Институттың фольклор фондын тулыландырыуға З.Ғ. Исмәғилев, Р.Ә.Мортазин, Ғ.З.Сөләймәнов, Р.В.Сәлмәнов, Х.Ф.Әхмәтов үҙ өлөшөн индерә. 1954 й. “Башҡорт халҡ йырҙары” (төҙөүселәре Л.Н.Лебединский, Ә.И.Харисов һәм Әхмәтов), “Башҡорт халҡ ижады” (1‑се т., 1954) йыйынтыҡтары донъя күрә. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығы — башҡ. фольклоры б‑са артабанғы системалаштырылған күп томлы ғилми баҫма була, унда башҡ. халыҡ музыкаһы жанр яғынан классификациялана. Лебединскийҙың “Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре” китабында оҙон көй жанры төшөнсәһенә аңлатма бирелә, “Зөлхизә” йыры миҫалында башҡ. оҙон көйө төҙөлөшөнөң дөйөм принциптары һәм муз.- стилистик үҙенсәлектәре күрһәтелә. Уның тикшеренеүҙәрен Х.С.Ихтисамов м‑н Р.Ф.Зелинский дауам итә. Л.П.Атанова м‑н Ф.Х.Камаев М.э. ҙур өлөш индерә, улар оҙон көйҙәрҙең мелодика үҙенсәлектәрен һәм башҡ. муз. фольклор өлгөләренең ритм‑композицион ҡанундарын өйрәнә. М.П.Фоменковтың “Башҡорт халыҡ йыры” (“Башкирская народная песня”; 1976) монографияһында башҡ. халыҡ музыкаһының эпик, йыр жанрҙары һәм муз. һүрәтләү алымдары ҡарала. 20 б. 90‑сы йй. — 21 б. башында ғалим-этнографтар, музыка белгестәре һәм фольклорсылар башҡорттарҙың айырым терр‑я төркөмдәренең муз. ижадын өйрәнеүгә иғтибар бирә: Р.С.Сөләймәновтың “Урал халыҡ ижады ынйылары” (“Жемчужины народного творчества Урала”; 1995), “Боронғо башҡорт скрипкаһы — ҡыл-ҡумыҙ” (2001), “Ырғыҙ- Кәмәлек башҡорттарының йыр ижады” (“Песенное творчество иргизо-камеликских башкир”; 2002); М.С. Алкиндың “Башҡорт йыры. Башҡорт фольклорында вокаль жанрҙар, уларҙы башҡарыу традициялары” (“Башкирская песня. Вокальные жанры в фольклоре башкир, традиции их исполнения”; 2002); Д.Ж.Вәлиевтең “Арғаяш башҡорттарының рухи мираҫы” (1996, Силәбе өлк. башҡорттарына арналған); Ф.А.Нәҙершинаның “Рухи хазиналар” (1992), “Башҡорт халыҡ көйҙәре, йырлы-бейеүле уйындар” (1996, Асылыкүл, Дим, Өршәк башҡорттары ижадына арналған) китаптары. Халыҡ музыкаһын йыйыу, нотаға һалыу һәм өйрәнеү м‑н Г.С.Галина, Ю.И.Ғәйнетдинов, Р.Т. Ғәлимуллина, А.М.Ҡобағошов, С.Р.Сәлмәнов, Л.Ҡ. Сәлмәнова, Н.В.Әхмәтйәнова һ.б. әүҙем шөғөлләнә. Сәнғәт институтының башҡ. музыкаһы ф‑ты нигеҙендә М.э. мәсьәләләренә арналған фәнни-практик конференциялар үткәрелә. Башҡорттарҙың тупланған муз.‑йыр материалы ӨДСИ‑нең һәм ТТӘИ‑нең фольклор кабинетында, Милли китапханала, Композиторҙар союзы фондында һаҡлана.

Әҙәб.: А т а н о в а Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: