ЮЛДЫБАЙ УРТА МӘКТӘБЕ
ЮЛДЫБАЙ УРТА МӘКТӘБЕ, Йылайыр р‑нында урынлашҡан. 1919 й. мәҙрәсә нигеҙендә 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла, 1930 й. алып башланғыс мәктәп, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тамаша һәм спорт залдары, слесарлыҡ, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, мәктәп яны участкаһы, 2 теплицаһы, умарталығы һ.б. бар. Уҡыу йорто м‑н М.Б.Әбсәләмов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1950 й. башлап мәктәпте 3,6 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2010), улар араһында А.М.Айытҡолов, Ф.Х.Бикбулатов, Ш.Х.Бикбулатов, Р.Ғ.Буканова, Ж.Ф.Ғәлимов, Р.З.Үтәев, Әбсәләмов, Ф.У.Юлдашбаева, А.Б.Ярлыҡапов бар. Мәктәп бинаһына мәктәп дир. М.Ҡ. Ҡаҙаҡҡоловҡа, Юлдашбаеваға (икеһе лә — 2004), уҡытыусы Ҡ.Х.Атановҡа (2009) мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.
Әҙәб.: Р ә м о в Ф. Юлдыбай — быуаттарҙан быуаттарға. Өфө, 2007.
С.Ғ.Зөлҡәрнәев
Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина