Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНЫРЫҪ, Ишембай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1138

ЙӘНЫРЫҪ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Йәнырыҫ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 43 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта  Ҡыяуыҡ й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1708 кеше; 1920 — 2107; 1939 — 2014; 1959 — 1403; 1989 — 927; 2002 — 896; 2010 — 748 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһының Юрматы улусы Ҡыяуыҡ а. башҡорттары Яңы Ҡыяуыҡ исеме м‑н нигеҙ һала. 1749 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы Йәнырыҫ а. ерһеҙ башҡорттар һәм яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә), һуңыраҡ ш. уҡ шарттарҙа — мишәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 25 йортта 124 кеше йәшәгән, 1865 й. 165 йортта — 936 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр, заводтарҙа эшләгәндәр; шөғөлдәр араһында урман кәсебе күрһәтелгән. Мәсет, училище, 28 сауҙа кибете булған. 19 б. уртаһынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. 3 мәсет, мануфактура һәм 4 бакалея кибете, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. Ю.А.Кәримов, Ф.А.Рәхимғолова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019