Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИНЕМАТОГРАФСЫЛАР СОЮЗЫ

Просмотров: 1198

КИНЕМАТОГРАФСЫЛАР СОЮЗЫ, ижади берекмә. 1994 й. Өфө ҡ. БР‑ҙың К.с. булараҡ ойошторола, 1997 й. алып РФ К.с. Башҡортостан филиалы, 1998 й. — Башҡортостан республикаһы К.с., 2002 й. — РФ К.с. төбәк бүлеге, 2011 й. алып Башҡортостандың “РФ кинематографсылар союзы” дөйөм Рәсәй йәмғиәт ойошмаһының Башҡортостан республикаһы бүлеге. Башҡортостан бүлеге ойошторолғанға тиклем республика кинематографсылары [Ғ.Ғ.Әмиров (1966), И.Һ.Ғәлиуллин (1986), Л.А.Мешков (1987)] СССР‑ҙың К.с. инә. Берекмәнең төп маҡсаттары һәм бурыстары: башҡ. кинематографы үҫешенә, берекмә ағзаларының ижтимағи‑хоҡуҡи һәм профессиональ мәнфәғәттәрен яҡлауға, ижади эшмәкәрлек өсөн шарттар булдырыуға булышлыҡ итеү. К.с. республика кинематографияһы үҫеше программаларын эшләү һәм башҡарыуҙа ҡатнаша, йәш кинематографсыларға ярҙам күрһәтә. “Өсөнсө мең йыллыҡҡа бергә” (“Вместе в третье тысячелетие”), “Себерҙәге осрашыуҙар” (“Встречи в Сибири”), “Алтын фил” (“Золотой слон”), “Кино — балаларға” (“Кино — детям”), “Сталкер”, “Алтын мөнбәр” (“Золотой минбар”) һ.б. халыҡ‑ара, бөтә Рәсәй кинофестивалдәре һәм кино күрһәтеүҙәрендә ҡатнаша; 2008 й. Өфө ҡ. К.с. тарафынан “Рәсәйҙең милли киноһы: төшөрөү һәм прокат мәсьәләләре” (“Национальное кино России: проблемы создания и проката”)Бөтә Рәсәй конференцияһы үткәрелә. Юғары етәксе органы — дөйөм йыйылыш (йылына 1 тапҡыр), башҡарма органы — идара. Составында 20 ағза (2015). Идара рәйестәре: И.Һ.Ғәлиуллин (1994 й. алып), Р.А.Исмәғилев (2000 й. алып), Ә.Ғ.Абдразаҡов (2007 й. алып), К.С.Күскилдин (2008 й. алып), А.И.Йомағолов (2010 й. алып), Ф.Ф.Ғәбитов (2014 й. алып), З.Д.Бураҡаева (2021 й. алып).

Ф.Ф.Ғәбитов 

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.04.2023
Связанные темы рубрикатора: