Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҒЫУЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ

Просмотров: 2369

ЯҒЫУЛЫҠ СӘНӘҒӘТЕ, яғыулыҡтың төрлө төрҙәрен сығарыу һәм эшкәртеү б‑са сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы; нефть ­сығарыу сәнәғәтен,­ нефть­ эшкәртеү­ сәнәғәтен,­газ­ сә­нәғәтен, күмер­ сәнәғәтен, торф һәм һәүерташ сәнәғәттәрен үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Я.с. үҫеше 20 б. 30‑сы йй. Ишембай­ нефть­ ятҡылы­ғын,­ газ­ ятҡылыҡтарын ­һәм нефть ­ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә бәйле була. 1936 й. нефть з‑ды (ҡара: Ишембай­ катализатор­ Ишембай ҡыуыу ҙар­ махсуслаштырылған­ химия­ заводы), 1938 й. Өфө крекинг з‑ды (ҡара: Өфө­ нефть­ эшкәртеү ­заводы), 1948 й. 18‑се комб‑т (ҡара: “Газпром­ нефтехим­ Салават”), 1951 й. Яңы ­Өфө­ нефть­ эшкәртеү ­заводы, 1957 й. Черниковск НЭЗ‑ы (ҡара: “Уфанеф­техим”) файҙаланыуға тапшырыла. 1940 й. “Башнеф­текомбинат” ойошторола, уның базаһында 1945 й. “Башнефть” һәм “Башнеф­тезаводы” ПБ (ҡара: Баш­ҡортостан­ нефтехимия­ компанияһы) үҙ аллы идаралыҡтары асыла. 50‑се йй. Шкапов­ газ эшкәртеү­ заводы һәм Туймазы­ газ­ эшкәртеү­ заводы төҙөлә. Респ. Я.с. пр‑тиеларының эшмәкәрлеген Башҡортостан ­яғыу­лыҡ­ компанияһы координациялай. Яғыулыҡ ресурстары сығарыуҙың макс. кимәленә 1970 й. ирешелә: 1940 й. ҡарағанда нефть сығарыу 26 тапҡыр, газ – 142, күмер – 373 тапҡыр арта (ҡара: 1‑се табл.); 1980—2008 йй. нефть һәм газ сығарыу 3,4 тапҡырға тиклем кәмей. 1990— 2000 йй. БР сәнәғәт комплексы структураһында Я.с. өлөшө 44,8%‑ҡа тиклем арта (ҡара: 2‑се табл.). 2008 й. респ. 26,8 млн т нефть эшкәртелә, 5589 мең т автомобиль бензины, 9349 мең т дизель­ яғыулығы, 4761 мең т яғыулыҡ мазуты, 122 мең т майлаусы майҙар етештерелә. 1965 й. Я.с. 17, 1980 й. – 13, 2000 й. — 63, 2004 й. 137 пр‑тие һәм производство була. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә.

Әҙәб.: И с я н б а е в М.Н. Методологические основы региональной структурной политики. Уфа, 2006; ш у л у ҡ. Экономические подрайоны Республики Башкортостан: приоритетные направления социально‑экономиче­ского развития. Уфа, 2008.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: