Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ

Просмотров: 1367

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ, янған ваҡытта ҙур күләмдә йылылыҡ бүлеп сығарыусы, энергия сығанағы сифатында ҡулланылыусы янар углеродлы матдә. Сығышы б‑са тәбиғи (нигеҙҙә, каустобиолиттар — органик сығышлы файҙалы ҡаҙылмалар; ш. уҡ үҙағас, үҫемлек ҡалдыҡтары — һалам, ҡабыҡ һ.б. инә) һәм яһалма (тәбиғи яғыулыҡтарҙы эшкәртеп алынған — кокс, торфококс, термоантрацит, ағас күмере, саң рәүешендәге яғыулыҡ) төрҙәргә бүләләр. Каустобиолиттар сапропелиттарға (ябай төҙөлөшлө организм ҡалдыҡтарының кире ҡайтыу‑тарҡалыу продукттары — сапропель) һәм гумолиттарға (ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең окисландырылып тарҡалыу продукттары; гуммиттар — торф, антрацит, һоро күмер, таш күмер, янар һәүерташтар һәм ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр элементтарынан барлыҡҡа килгән липтобиолиттар) бүленә. Химик составы: углерод, водород һәм көкөртлө, азотлы, кислородлы, металлы берләшмәләр ҡушылмалары. Ҡ.я. эшкәртеп (ер аҫтында һәм газогенераторҙарҙа газға әйләндереү, күмерҙе гидрогенизациялау, кокслаштырыу, үҙағас пиролизлау, үҫемлек материалдарын гидролизлау һ.б.) активлаштырылған күмер, кокс, синтетик шыйыҡ яғыулыҡ, 300‑ҙән ашыу төрлө химик берләшмә (бензол, метан, метил спирты һ.б.) алалар. Янғанда йылылыҡ биреүсәнлек, ҡыҙыулыҡ сығарыу, механик ныҡлыҡ, онталыу һәләте, гранулометрик составлы булыу хас. Төрлө яғыулыҡ төрҙәренең эффективлығын сағыштырыу, йылылыҡ энергияһы ҡоролмаларын һәм уларҙы дөйөм иҫәпләү өсөн яныу йылылығы 29,3 МДж/кг булған шартлы яғыулыҡ төшөнсәһе ҡулланыла. Ҡ.я. сифатын (химик составын үҙгәртмәйенсә) брикетлау, байыҡтырыу, саң әҙерләү юлдары м‑н күтәрәләр. Ҡайһы ваҡыт ракета һәм ядро яғыулығын Ҡ.я. тип йөрөтәләр. Башҡортостанда таш күмер, янар һәүерташ ятҡылыҡтары табылған, һоро күмер, торф сығарыла.

Химик продукция етештереү өсөн үҙағас пиролизын 1918 й. алып Өфө губ. Әшә урман‑химия заводында, 1946 й. Әмзә урман комбинатында ҡулланалар. 50‑се йй. аҙ. 18‑се комб‑тта (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) синтетик шыйыҡ яғыулыҡ етештереү б‑са завод төҙөлә.

Ф.Х.Ҡудашева

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019