Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ СОЛТАНБӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 749

ИҪКЕ СОЛТАНБӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Тәкәрлек а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 4 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 112 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1205 кеше; 1920 — 1296; 1939 — 1041; 1959 — 662; 1989 — 432; 2002 — 483; 2010 — 576 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1652 й. алып Солтанбәк (тәүге төпләнеүсе Солтанбәк Мәтеков исеменән) исеме м‑н билдәле. Керҙәшлек килешеүе б‑са 18 б. уртаһында бында — типтәрҙәр, 1791 й. мишәрҙәр күсеп ултырған. 18 б. уртаһында Яңы Солтанбәк а. (хәҙ. Солтанбәк а.) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 28 йортта 210 кеше йәшәгән, 1865 й. 132 йортта — 719 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, мейес сығарыу, тегенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет (1849 й. төҙөлгән) була. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән. Ф.Х.Хәмиҙуллина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019