Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ТАУЛАР, Бүздәк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 738

ИҪКЕ ТАУЛАР, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Таулар а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 35 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1517 кеше; 1920 — 1732; 1939 — 1252; 1989 — 823; 2002 — 810; 2010 — 737 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә, 17 б. 2‑се ярт. Таулар исеме м‑н нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1710 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп урынлаша. 1795 й. 36 йортта 195 кеше йәшәгән, 1865 й. 235 йортта — 1313 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне, 20 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. 2 мәсет, 2 һыу тирмәне, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1919 й. Яңы Таулар бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Л.Д.Ғатауллина ошо ауылда тыуған.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019