Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘПСӘҮҘӘР

Просмотров: 999

СӘПСӘҮҘӘР (Charadriidae), сәпсәү һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 70 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 8 төрө бар. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 14—30 см, ауырлығы 30—270 г. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, төҫө төрлө: һорғолт көрән, муйынында һәм маңлайында арҡыры ҡара һыҙаты бар (галстучник), ваҡ тәтелдәүек шундай уҡ төҫтә, маңлайында аҡ һыҙат бар, күҙе ҡалын һары тиресә м‑н уратып алынған; һоро аҡ төрткөлө, ҡара төҫтә, алтынһыу һары таптары бар (алтынһыу сәпсәү), ҡом төҫөндә, ҡыҙғылт һәм һоро төҫмөрө бар (ялан тәгәрләге), ҡараһыу буҙ йәки ҡара төҫтә, ҡуйы ҡыҙыл, күк һәм миләүшә ялтырауығы, соңҡаһында оҙон өлпөһө бар (тәгәрлек). Башы бәләкәй, суҡышы көслө, ҡыҫҡа. Ҡанаттары оҙон, осло. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяҡтары уртаса оҙонлоҡта, төрлө төҫтә (һоро, ҡара, йәшкелт һоро, һорғолт һары, алһыу, ҡыҙғылт һары, ҡыҙыл‑көрән), өс бармаҡлы, диңгеҙ көйөлдөһө һәм тәгәрлектеке дүрт бармаҡлы. Моногам. Парлап ерҙә, һай урындарҙа, сүплектәрҙә, болондарҙа, һаҙлыҡтарҙа, яландарҙа оя ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара; ғәҙәттә, ҡуйы көрән йәки ҡара таптары булған зәйтүн төҫөндәге, асыҡ көрән, һарғылт йәки йәшкелт 4 йомортҡа һала. Башлыса ике ҡош та (ялан тәгәрләге, тәгәрлектеœ күбеһенсә инә ҡошо) 22—30 көн баҫа. Төрлө умыртҡаһыҙҙар, бөжәк, еләк, ҡайһы берҙә үҫемлек орлоҡтары м‑н туҡлана. Респ. ваҡ тәтелдәүек, ялан тәгәрләге, тәгәрлек, ала сәпсәү оя ҡора, галстучник, диңгеҙ көйөлдөһө, алтынһыу сәпсәү, тулес миҙгелле күсеүҙәр ваҡытында Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. Алтынһыу сәпсәү — БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, ялан тәгәрләге ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019