Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛТЫНҺЫУ СӘПСӘҮ, ҡош

Просмотров: 948

АЛТЫНҺЫУ СӘПСӘҮ (Pluvialis apricaria), сәпсәүҙәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Башлыса Евразияла (Көнбайыш Европанан алып Таймырға тиклем) таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 26—29 см, ауырлығы 170—220 г, ҡанаттарының ҡоласы 67—76 см. Яҙын ата ҡоштарҙың арҡаһы ҡараһыу төҫтә, алтынһыу һары таплы, маңлайынан ҡойроҡ аҫтына тиклем аҡ һыҙат үтә, башының ян-яҡтары, тамағы һәм ҡорһағы ҡара. Инә ҡош ата ҡоштан ҡорһағындағы сыбарлыҡтар менән айырыла. Ҡышын А.с. төҫө асығыраҡ, ҡабырғаһы һәм ҡорһағы аҡ. Суҡышы ҡара. Ҡанаттары тар, оҙон, аҫҡы йөҙө аҡ. Аяҡтары өс бармаҡлы, һоро йәки ҡара. Ҡойроғо ҡыҫҡа, сыбар. Моногам. Ояһы — лишайниктар түшәлгән һай соҡор. 4, һирәкләп 3 ҡараһыу көрән таплы һарғылт йәки йәшкелт йомортҡа һала. 26—29 көн инә һәм ата ҡош баҫа. Көндөҙгө ҡош. Умыртҡаһыҙҙар (япраҡ ҡуңыҙҙары, оҙонморондар һ.б. бөжәктәр), еләктәр менән туҡлана. Тундрала һәм урманлы тундрала, күрәнле һәм мүкле һаҙлыҡтарҙа, аҡландарҙа йәшәй. БР‑ҙа осоп китеү һәм килеү осоронда Башҡортостандың Урал алды һәм Урал аръяғында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.03.2023
Связанные статьи: