Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛАН ТӘГӘРЛӘГЕ

Просмотров: 761

ЯЛАН ТӘГӘРЛӘГЕ, т ә г ә р ҙ ә к (Chettusia gregaria), сәпсәү һымаҡтар отрядының сәпсәүҙәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Волга буйында, Алтайҙа таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 22—30 см, ауырлығы 170—270 г, ҡанат йәйеме 65—70 см. Арҡаһындағы ҡауырһыны ҡыҙғылт һары һәм һоро төҫмөрлө ҡом төҫөндә, түше ҡыҙғылт һары‑һоро, ҡорһағының алғы өлөшө ҡара, артҡыһы — ҡыҙғылт ҡара. Башында ҡара һәм асыҡ көрән ҡауырһынлы ҡара бүрек була (ата ҡоштарҙыҡы сыбарланмаған). Маңлайы һәм күҙҙәре өҫтөндәге һыҙаты аҡ төҫтә; суҡыш төбөнән күҙҙәре аша ҡара һыҙыҡ үтә. Суҡышы һәм аяҡтары ҡара. Ҡанаттары тар, остары ҡара, ҡойроҡ осо алдында ҡара һыҙат бар. Моногам. Ояһы — ерҙәге түшәкһеҙ (ҡайһы берҙә ваҡ таш, ҡоро тиреҫ, үлән түшәй) соҡор. Ояла ҡуйы көрән таплы һәм төрткөлө тоноҡ һары төҫтәге 2—5, йышыраҡ 4 йомортҡа була. Күбеһенсә инә ҡош яҡынса 3,5 аҙна баҫа. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара. Бөжәктәр һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары менән туҡлана. Далаларҙа, һөрөнтө ерҙәрҙәге ҡыяҡлылар араһында йәшәй. БР‑ҙа Ейәнсура, Хәйбулла, Әбйәлил райондарында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.03.2023