Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЦИАЛЬ СӘЙӘСӘТ

Просмотров: 1524

СОЦИАЛЬ СӘЙӘСӘТ, килемде, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡлауға, халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеүгә, соц. өлкәне һаҡлауға, соц. конфликттарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән дәүләт программаларын бойомға ашыра торған саралар системаһы. С.с. РФ Конституцияһына, БР Конституцияһына, БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһының минималь социаль нормативтары тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында тәғәйен социаль ярҙам тураһында” (икеһе лә — 2000), “Башҡортостан Республикаһында йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында” (2002) закондарына, БР Хөкүмәтенең “Башҡортостан Республикаһында социаль торлаҡ ипотека кредитлауы тураһында” ҡарарына (2006) һ.б. ярашлы тормошҡа ашырыла. 2007—10 йй. БР халҡының йәшәү кимәлен яҡшыртыу, 2009 й. БР халҡына соц. ярҙам күрһәтеү программалары һ.б. ҡабул ителә. РФ Хөкүмәте һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте С.с. төп йүнәлештәре: халыҡтың аҡса килеме артыуын һәм эш хаҡының күтәрелеүе нигеҙендә уның дифференциацияһы кәмеүен тәьмин итеү; халыҡҡа соц. ярҙам күрһәтеүҙең тәғәйенле булыуын көсәйтеү; һәр кемде иң мөһим соц. уңайлыҡтар (һаулыҡ һаҡлау, соц. хеҙмәтләндереү, мәғариф) м‑н тәьмин итеү; соц. үҫешкә аҡсаны өҫтөнлөклө бүлеү; соц. йәһәттән ҡарауһыҙ граждандарҙы яҡлау; ауырыу, пенсияға сығыу (ҡара: Пенсия тәьминәте) осраҡтарында, производствола бәхетһеҙлеккә тарығанда һәм һөнәри ауырыуҙар булғанда халыҡты соц. яҡлауҙың страховка принциптарын көсәйтеү; халыҡтың мәшғүллеге өсөн яйлы шарттар булдырыу (ҡара: Хеҙмәт баҙары); демографик хәлде яҡшыртыу (ҡара: Демография сәйәсәте) һ.б. БР бюджетында С.с. бойомға ашырыу өсөн сығымдар ҡаралған (ҡара: табл.).

Р.З.Сәлиев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Башҡортостан Республикаһы бюджетының социаль өлкәгә сығымдары, млн һум

 

2006

2007

2008

2009

Пенсия тәьминәте

114

179,1

272,2

267,1

Халыҡҡа соц. ярҙам күрһәтеү

1087

1096,1

1293,5

1476

Халыҡты соц. тәьмин итеү

4266,8

5538,6

7522,3

8820,5

Ғаилә һәм балаларҙы һаҡлау

0,5

2,3

8,4

8,2

Башҡалар

342,8

427,5

498,6

449,6

Бөтәһе

5811,1

7243,6

9595

11021,4

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: