МАРКС Карл Генрих
МАРКС Карл Генрих (5.5.1818, Трир ҡ., Пруссия — 14.3.1883, Лондон ҡ.), философ, иҡтисадсы, сәйәси эшмәкәр. Марксизмға нигеҙ һалыусы (ҡара: Марксистик философия). Философия докторы (1841). 1847 й. алып халыҡ‑ара Коммунистар союзы ағзаһы. М. менән Ф.Энгельс — 1‑се Интернационалдың (1864—76) ойоштороусылары һәм етәкселәре. Рәсәй империяһының социаль‑иҡтисади һәм сәйәси хәлен өйрәнгәндә уның төбәктәренең, ш. иҫ. Ырымбур губернаһының һәм Өфө губернаһының, үҫеш үҙенсәлектәрен айырып күрһәткән. М. шәхси китапханаһында В.П.Безобразовтың “Урал тау хужалығын һәм ҡаҙна тау заводтарын һатыу мәсьәләһе” (“Уральское горное хозяйство и вопрос о продаже казённых горных заводов”), Л.П.Сабанеевтың “Урал аръяғы очерктары һәм башҡорт ерҙәрендә дала хужалығы” (“Очерки Зауралья и степное хозяйство на башкирских землях”) һ.б. китаптар булған. М. әҫәрҙәрен Башҡортостанға тәүгеләрҙән булып С.Я.Елпатьевский менән П.И.Кларк алып килә. 19 б. аҙағында — 20 б. башында М. идеяларын В.Н.Крохмаль, А.И.Свидерский, А.Д.Цюрупа, И.С.Якутов һ.б. пропагандалай. 20 б. 20—80‑се йй. М. ҡайһы бер хеҙмәттәре башҡ. теленә тәржемә ителгән. 1941—43 йй. Мәскәү ҡ. Өфө ҡ. эвакуацияланған Маркс—Энгельс—Ленин институты архивында М. ҡулъяҙмалары (1‑се фонд) булған. Өфө ҡ. М. һәйкәл ҡуйылған, БР торама пункттарында урамдар уның исеме менән аталған.
Х е ҙ м.: Коммунистар партияһы манифесе. Өфө, 1953 (авторҙ.); Эш хаҡы, хаҡ һәм файҙа. Өфө, 1957; Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 1960—1961 (авторҙ.).
Әҙәб.: Ф у т о р я н с к и й Л. К.Маркс и Ф.Энгельс о Южном Урале //Урал. 1986. №11; М е р и н г Ф. Карл Маркс. История его жизни. И. 1990.
Х.Б.Аҫылғужин
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов