Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛТАУ, цитрон сорты.

Просмотров: 978

УРАЛТАУ, цитрон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Һалынҡы сатырлы ағас, бейеклеге 3—3,5 м. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, һарғылт йәшел, яланғас. Япрағы эре, киң овал формаһында, кирткәсле. Сәскәһе бокал рәүешле, яңғыҙар йәки сәскәлектәрҙә урынлашҡан, тоноҡ алһыу, хуш еҫле. Емеше эре, ауырлығы 260—500 г, оҙонса, лимон һымаҡ һары төҫтә. Ҡабығы ҡалын, ҡытыршы. Итсәһе һарғылт аҡ, йәшел төҫмөрлө, һутлы, әскелтем‑сөсө. Өлгөрөү ваҡыты — октябрҙән алып, ҡулланыу өсөн — октябрь аҙағынан алып февралгә тиклем. Шәкәр миҡдары — 3,2—3,8%, кислота (башлыса лимон кислотаһы) — 3,6—3,9%, С витамины — 33,4—37,4 мг%. Уңдырышлылығы — бер ағастан 18,5 кг (Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы, 2007). РФ һәм БР буйынса ҡулланылышҡа 2007 й. индерелгән, ябыҡ тупраҡта үҫтерелә.

Ф.В.Садиҡова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.02.2024
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: