Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЦИТРОН

Просмотров: 1221

ЦИТРОН, ц е д р а т (Citrus medica), рута һымаҡтар ғаиләһенең цитрус затына ҡараған үҫемлек. Тыуған ере — Көньяҡ Ҡытай һәм Һиндостан. Тропиктарҙа һәм субтропиктарҙа үрсетелә. Башҡортостанда бүлмә шарттарында (Павловский Ц.) һәм ябыҡ грунтта үҫтерелә. Бейеклеге 3,5 м тиклем булған ҡыуаҡлыҡ йәки ағас. Сатыры һалынҡы, һарғылт йәшел-һоро төҫтә, үрендеһе дуға кеүек, яланғас. Япрағы эре, эллипсҡа оҡшаш, йәшел, ялтыр, шыма, бысҡы ситле һәм ҡуйын сәнскеле. Сәскәһе ике енесле, алһыу, бокал формаһында, хуш еҫле, яңғыҙ йәки ҙур булмаған ҡалҡансаларҙа урынлашҡан. Емеше — ауырлығы 700 г тиклем еткән, 20 һәм унан да күберәк йомортҡа һымаҡ орлоҡтары булған һары төҫтәге эре күп оялы (оҙонлоғо 20—40 см, киңлеге 15—25 см) оҙонса йәки салма рәүешендәге еләк (гесперидий); күпләп октябрь аҙағынан алып февралгә тиклем өлгөрә. Емешенең составына 2,8% кислота (башлыса лимон кислотаһы), 5,1% шәкәр, 39,8 мг% С витамины инә. Йылы һәм яҡтылыҡ яратыусы үҫемлек. 2—3-сө йылына емеш бирә. Орлоҡ, прививка, үҫенте һәм һабаҡса менән үрсетелә. Яҙ көнө ултыртыла. Емеше яңы йыйылған килеш һәм эшкәртелеп ҡулланыла, сәсмәлеге башҡа цитрус культуралары өсөн ялғанмыш сифатында, һирәгерәк декоратив үҫемлек булараҡ файҙаланыла. Ц. япрағынан, сәскәһенән һәм ҡабығынан эфир майы алына. Өфө урман хужалығы техникумының Уҡытыу-тәжрибә хужалығында үҫтерелә (бер ағастың уңдырышлылығы 19—30 кг тәшкил итә, 2006—09), унда 1990 й. башлап Ц. сорттарын булдырыу һәм агротехникаһын эшләү буйынса фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә (Ф.В.Садиҡова). РФ һәм БР буйынса ҡулланылышҡа Зиля, Уралтау сорттары индерелгән.

Ф.В.Садиҡова

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.07.2023