Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАН, лимон сорты.

Просмотров: 953

УРМАН, лимон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Һалынҡы сатырлы ағас, бейеклеге 2,5—2,8 м. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, көрән төҫтә, яланғас. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, йәшел, ялтыр, киртләсле. Емеше эре, ауырлығы 280—450 г (максималь — 750 г), эллипс формаһында, ҡытыршы, һары. Ҡабығы тығыҙ. Итсәһе һарғылт аҡ, һутлы, әскелтем‑сөсө. Өлгөрөү ваҡыты — октябрҙән алып, ҡулланыу өсөн — октябрь аҙағынан март аҙағына тиклем. Шәкәр миҡдары — 2,2—4,2%, кислота (башлыса лимон кислотаһы) — 4,1—4,3%, С витамины — 37,8—42,2 мг%. Уңдырышлылығы — бер ағастан 26,7 кг (Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы, 2009). РФ һәм БР буйынса ҡулланылышҡа 2007 й. индерелгән, ябыҡ тупраҡта үҫтерелә.

Ф.В.Садиҡова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.07.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: